Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 07:10

ҘУР МАҠСАТТАР ҠУЙЫЛДЫ

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова ойошманың урындағы беренсел бүлексәләре эше менән танышыу маҡсатында Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына килде. Уның районыбыҙға эш сәфәре «Торатау» геопаркының визит-үҙәге менән танышыуҙан башланды.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Наталья Орлова ойошманың урындағы беренсел бүлексәләре эше менән танышыу маҡсатында Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына килде. Уның районыбыҙға эш сәфәре «Торатау» геопаркының визит-үҙәге менән танышыуҙан башланды.
Наталья Алексеевна, илдең иң ҡеүәтле сәйәси ойошмаһының финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе булараҡ, райондың инфраструктураһына, туризм өлкәһе үҫешенә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
- Рәсәйҙә туристар Алтайға, Яҡутстанға күпләп йөрөй, ә бына Башҡортостан тураһында белеп етмәйҙәр. Республика ландшафты туризмды ойоштороу өсөн бик уңайлы, - тип уртаҡлашты Наталья Орлова. – Бөгөн «Торатау» геопаркы биләмәһенең үҙенсәлеге үҙем өсөн дә асыш булды. Туризмды ошо проект сиктәрендә үҫтереүгә килгәндә, һис шикһеҙ, реклама менән ярҙам итәсәкмен. Визит-үҙәктә «Торатау» геопаркы тураһында видеопрезентация ҡарағандан һуң, муниципаль район етәксеһе Азамат Абдрахманов абруйлы ҡунаҡты «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы беренсел бүлексәләре ағзалары менән таныштырҙы, «Реаль эштәр» проекты буйынса башҡарылған эштәр тураһында һөйләп үтте.
- Наталья Алексеевнаның эш сәфәре барышында Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы алдынан билдәләнгән бурыстар, партия активының мобилизация проблемалары, урындағы беренсел бүлексәләрҙең эшмәкәрлеген үҫтереү, социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙе ошо йүнәлешкә йәлеп итеү кеүек мәсьәләләр ҡуҙғатылды, - тип аңлатып үтте муниципаль район Советы секретары Рәмил Абдуллин. – Ошо арала партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты «Изгелек автопоезды» акцияһын башлаясаҡ. Был
сара, тәү сиратта, төрлө районда йәшәүселәрҙең һаулығын тикшереү, уларға медицина ярҙамы күрһәтеү һәм вакцина яһау маҡсатын ҡуя.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәренең йәнле осрашыуы Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсы сиктәрендә төҙөкләндерелгән Ленин исемендәге майҙанда тамамланды. Наталья Орлова, Ишембай районы етәкселеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәге тураһында тағы бер әйтеп,
Салауат ҡалаһына юл алды.
Автор фотоһы.
Читайте нас