Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 11:05

Ауылыбыҙ йәмле булһын өсөн

Быйыл беренсе тапҡыр ауыл клубында “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә әүҙем ҡатнашып йөрөүсе апайҙар бер йыллыҡ петуния сәскәләре үҫтереп ҡарарға булды. Һәм беренсе тапҡырҙан эштәре уңышлы килеп сыҡты.

Быйыл беренсе тапҡыр ауыл клубында “Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә әүҙем ҡатнашып йөрөүсе апайҙар бер йыллыҡ петуния сәскәләре үҫтереп ҡарарға булды. Һәм беренсе тапҡырҙан эштәре уңышлы килеп сыҡты.
Ултыртҡан сәскәләре яҙғы ҡояштың йылы нурҙарын тойоп, яйлап ҡына таждарын аса башланы. Беҙҙең һөйөнөстө районыбыҙҙың башҡа ауылдары ла күреп, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашһындар ине тигән ниәттә гәзиткә яҙырға булдым. “Ҡулыбыҙҙан килә әле, йәштәргә бирешерлек түгелбеҙ. Үҙебеҙ ҙә сәскәләрҙән кәм түгелбеҙ, алға атлайбыҙ”, - ти көслө рухлы ауыл апайҙары. Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырғандары өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ уларға. Был үҫентеләр бик тиҙҙән ауылыбыҙға йәм биреп ултырыр әле. Сәскә үҫтереүҙең дә үҙ сере бар. Оҫталарыбыҙ тәжрибәләре менән бүлешергә әҙер.

Читайте нас