Йәмғиәт
22 Апрель 2021, 03:56

Башҡортостан тарихы һағында

Республикабыҙҙың көнъяҡ ҡалаларында "Уралдың тарихи йылъяҙмалары" проектына ярашлы 9-11 класс уҡыусылары араһында "Тарих хронографы" мультимедиялы интерактив уйын ойошторолдо.

Республикабыҙҙың көнъяҡ ҡалаларында "Уралдың тарихи йылъяҙмалары" проектына ярашлы 9-11 класс уҡыусылары араһында "Тарих хронографы" мультимедиялы интерактив уйын ойошторолдо.
Ошо йәһәттән ҡалабыҙҙың Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында инновациялы уйын майҙансығы ҡоролдо – унда 1-се гимназия, Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, 2-се, 11-се, 16-сы, 19-сы һәм 17-се мәктәп уҡыусылары көс һынашты.
Ғилми сараның баһалама ағзаһы – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Людмила Маркелова билдәләүенсә, проекттың төп маҡсаты булып йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың туған яҡтың әһәмиәтен тәрән аңлап, үҙебеҙҙең вуздарҙы һайлауы ла мөһим, ти ғалимә.
Дөйөм алғанда, интерактив уйындың һорауҙары XVII-XXI быуаттар осорондағы Башҡортостандың йәмғиәтен, иҡтисадын, мәҙәниәтен, динен, географияһын һәм арҙаҡлы шәхестәрен белеүҙе талап итә. Ҡатнашыусыларға тарихи хәл-ваҡиғаға ҡағылышлы докуменнтар, фотолар, карталар, видеоматериалдар ҙа тәҡдим ителә.
Ҡалабыҙҙа үткән "Тарих хронографы" мультимедиялы интерактив уйында Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары еңеүгә лайыҡ булды. Улар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультетының коворкинг-үҙәгендә сараның республика этабында ҡатнашасаҡ.
Автор фотолары.
Читайте нас