Хөрмәтле депутаттар, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль хеҙмәт ветерандары һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе Урындағы үҙидара органдары көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Торлаҡ-коммуналь тармаҡта, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә, социаль инфраструктураны яңыртыуҙа, тарихи мәҙәниәт йолаларын һаҡлауҙа һәм башҡа йүнәлештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү беҙҙең тырышлыҡҡа бәйле. Тап беҙ, тәүге сиратта ҡала һәм ауыл халҡының тормош сифаты өсөн яуап бирәбеҙ. Муниципаль берәмектәрҙә урындағы башланғыстарҙың артыуы, халыҡтың төҙөкләндереү һәм төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыуҙа партнер булараҡ сығыш яһауы ҡыуаныслы. Тимәк, кешеләрҙең менталитеты үҙгәрә, аңы, яуаплылығы үҫешә.
Ғорурланаһы эштәребеҙ ҙә бар, шул уҡ ваҡытта яҡшырта торғандары ла етерлек. Халыҡты ойоштороуҙың һөҙөмтәле формаларын эҙләүҙә, урындағы үҙидараның хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм властың башҡа тармаҡтары менән бәйләнешен камиллаштырыуҙа әүҙем булыуыбыҙ мөһим. Беҙҙең пландарҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштың нигеҙе – халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ғәҙел, битараф булмаған кешеләр.
Һеҙгә һәм муниципаль райондың бөтә халҡына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ теләйем. Барыбыҙға ла уңыштар ғына юлдаш булһын.