Йәмғиәт
21 Апреля 2021, 13:05

Ҡойо тураһында мәҫәл

Бер ваҡыт ишәк ҙур ҡойоға осоп төшкән һәм ярҙам һорап ҡысҡырып үкерергә тотонған. Бының тауышына ишәктең хужаһы йүгереп килгән. Эй сығарып маташҡан, ләкин нисек кенә тырышмаһын бер ни эшләй алмаған.

Бер ваҡыт ишәк ҙур ҡойоға осоп төшкән һәм ярҙам һорап ҡысҡырып үкерергә тотонған. Бының тауышына ишәктең хужаһы йүгереп килгән. Эй сығарып маташҡан, ләкин нисек кенә тырышмаһын бер ни эшләй алмаған.

Шул ваҡытта хужаның башына бик шәп уй килә: "Был ишәгем минең күптән үҙ "бурысын үтәне", яңы ишәк алырға аҡсам етәрлек. Ә был ҡойолағы һыу кибеп бөтөп бара, яңы ҡойо ҡаҙырға ла әле көс-хәлем бар. Шулай булғас нишләп "ике ҡуяндың ҡойроғон" бер юлы эләктереп, ишәгемде ерләп, иҫке ҡойоны күмеп ҡуймаҫҡа һуң ул" - тип уйлаған.

Эште оҙаҡҡа һуҙмай, хужа күршеләрен саҡырып-әүҙем генә эшкә тотонғандар. Бахыр ишәк эштең нимә лә икәнен аңлап ҡалған һәм тағы ла ҡысҡырыбыраҡ укерергә тотонған. Кешеләр был тауышҡа иғтибар ҙа итмәй-үҙ эшен дауам иткәндәр.

Бер аҙ ваҡыттан ишәктең тауышы тымып ҡалған. Ишәктең хужаһы ҡойоноң эсенә ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, ишәктең арҡаһына төшкән һәр ерҙе, ишәк ҡағып төшөрөп, тапап бара икән. Күпмелер ваҡыт уҙғас, ишәк, өҫкә килеп тә сыҡҡан!

Бәлки, һеҙҙең ғүмерегеҙҙә лә уңайһыҙлыҡтар бик күп булғандыр һәм киләсәктә лә яҙмыш һеҙгә яңынан-яңыны ебәреп торасаҡ. Һәм һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғыҙ, һеҙгә төшкән сираттағы йомарламды, һеҙ ҡағып төшөрөп, тапай алаһығыҙ. Һәм тап ошо арҡала-һеҙ бер ни тиклем өҫкә күтәреләсәкһегеҙ. Шулай итеп, һәр кем иң тәрән ҡойонан да, яйлап ҡына сығырға юл табасаҡ.
Читайте нас