Йәмғиәт
21 Апрель 2021, 04:15

Халыҡ менән бер төптән

Йәнырыҫ ауыл хакимиәте башлығы Минияр Маннановтың муниципаль хеҙмәттә эшләүенә быйыл 25 йыл тула. Уның күпселеге - ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында. Шулай уҡ район хакимиәтендә эштәргә идарасы булып хеҙмәт иткән йылдарында ла халыҡ менән эшләүҙә ҙур тәжрибә туплай.

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө

Йәнырыҫ ауыл хакимиәте башлығы Минияр Маннановтың муниципаль хеҙмәттә эшләүенә быйыл 25 йыл тула. Уның күпселеге - ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында. Шулай уҡ район хакимиәтендә эштәргә идарасы булып хеҙмәт иткән йылдарында ла халыҡ менән эшләүҙә ҙур тәжрибә туплай.
Үҙе Йәнырыҫта тыуып-үҫкәнгә лә ауылдаштарының тын алышын, тормош-көнкүрешен, барлыҡ проблемаларын төптән белә. Эшлекле
булыуы, кеше менән уртаҡ тел табыуы, ауылда
йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ынтылыш – ошо
сифаттар хас ауыл хакимиәте башлығына. “Кешелекле булғаны өсөн бик хөрмәт итәбеҙ Минияр Рәүеф улын, ләкин кәрәк саҡта талапсан да ул”, - тигән һүҙҙәр ишеттек ауылдаштарынан. Минияр Рәүеф улының тыуған ауылы менән бәйләнеше бер ҡасан өҙөлмәй. Армияла хеҙмәт иткәс, Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын Йәнырыҫ мәктәбендә башлай. Күп тә үтмәй ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа уҡ йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылға газ үткәреү, юлдарҙы төҙөкләү кеүек мөһим эштәргә тотона.
- Ауыл хакимиәте башлығы булыу еңелдән түгел. Уның иң төп бурысы - халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе урында хәл итеү. Проблемаларҙы алдан күргәндә, һорауҙар ҙа аҙыраҡ була, - ти хакимиәт башлығы.
Ауылдарҙы төҙөкләү, халыҡ өсөн уңайлылыҡ тыуҙырыу бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Ауыл Советына биш ауыл ҡарай – Йәнырыҫ, Ҡыяуыҡ, Яңы Йорт, Михайловка, Екатериновка, уларҙа барлығы 1200-ләп кеше йәшәй. Төҙөлөш, төҙөкләндереү туҡталмай икән, тимәк, ауылдар ҙа йәшәй. Ике йыл элек тамырҙары менән Йәнырыҫтан булған бер туған эшҡыуарҙар Илфат һәм Илшат Ниғмәтуллиндар тырышлығы менән ауылда бына тигән яңы фельдшеракушерлыҡ пункты төҙөлгән. Шул уҡ йылды 9 майҙа ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә мемориаль комплекс та булдыҡлы яҡташтар көсө менән барлыҡҡа килә. Ауыл халҡы ла әүҙем. 2016 йылдан 2019-ға тиклем, дүрт йыл рәттән, Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, Йәнырыҫта, Ҡыяуыҡта һыу мәсьәләһе хәл ителгән. Былтыр Ҡыяуыҡ ауылы клубы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты ремонттан һуң мәктәптең буш торған бер өлөшөнә күсерелеп, халыҡҡа яҡшы шарттар булдырылған. Юлдар торошо ла йәшәү-көнкүрешебеҙҙең кимәлен сағылдырыусы күрһәткес. 2019 йылда Ҡыяуыҡта Мәктәп урамында ярты километр оҙонлоҡта асфальт юл яңыртылған, шул уҡ йылда Йәнырыҫ менән Ҡыяуыҡ араһына ла 300 метр асфальт яңынан һалынған. Үткән йыл Колхоз урамында ауыл Советы көсө менән 300 метр оҙонлоҡта асфальт барлыҡҡа килгән. Һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауылдарҙа ла тыҡрыҡтарға ҡырсын түшәп тә юлдар матурланған.
Зыяраттар ҙа онотолмай. Был йәһәттән Йәнырыҫ ауылы зыяратын профнастил менән уратыу буйынса ҙур эш эшләнгән. Спонсорҙар материал менән ярҙам итһә, ауыл халҡы өмәгә дәррәү сыҡҡан. Яҡын киләсәктә Яңы Йорт ауылының зыяратын кәртәләү планлаштырыла.
- Ауыл Советы, депутаттар, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем. Бөтә эштәрҙе бергәләп алып барабыҙ. Беҙҙең яҡта халыҡ та егәрле. Өмәгә лә дәррәү сығалар. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Ҡыяуыҡ һәм Йәнырыҫ зыяратына хужалыҡ әйберҙәре өсөн будканы төҙөп ултырттыҡ. Бының өсөн ауыл Советы материал менән ярҙам итте. Ауылда мәсет булыуының да тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте ҙур. Бер маҡсатта эшләгәндә, әлбиттә, эште алға алып барып була, - ти Минияр Маннанов.
Районда уҙғарылған ауылдарҙы Яңы йылға биҙәү, төҙөкләндереү конкурстарында ла йәнырыҫтарҙың тәүге урындарҙы алып килеүе берҙәмлектең көҙгөһө.
Ауыл төҙөкләндерелә, халыҡ яңы йорттар төҙөй икән, ауылдың киләсәге бар.
- Үткән йылда льготалы граждандар категорияһына ҡараған 12 ғаиләгә ер участкалары бирелде. Ҡайһылары кәртәләү кеүек эштәрҙе башланы ла инде. Киләсәктә был урындарҙа яңы йорттар ҡалҡыр, тормош йәнләнер, тип ышанабыҙ, - ти ауыл хакимиәте башлығы.
Яңы ниәттәр, яңы маҡсаттар алға ынтылыш бирә. Киләсәктә Йәнырыҫта халыҡҡа ял итеү өсөн парк булдырыу, яңы мәсет һалыу кеүек пландарының тормошҡа ашырына ла шигебеҙ юҡ.
Автор фотоһы.
Читайте нас