Уҙған йома коронавирус инфекцияһынан вакцина яһау маҡсатында Ишембай үҙәк район дауаханаһының күсмә мобиль ФАП-ы Алаҡай, Кинйәкәй, Юлдаш, Верхотор, Кузнецовск һәм Ромадановка ауылдарына сыҡты.
Ауыл халҡын вакциналауҙы муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары – Скворчиха ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко, Верхотор ауыл Советы хакимиәтенең эштәргә идарасыһы Ольга Тетькова, Верхотор һәм Кинйәкәй фельдшер-акушерлыҡ пункттарының мөдире Ләйсән Сөйәрғолова ойошторҙо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакциналау пункты Стахановсылар урамы, 75-се йорт адресы буйынса поликлиниканың 204-се кабинетында урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта коллектив мөрәжәғәт буйынса күсмә ФАП-тың сығыуын ойошторорға була.