Йәмғиәт
17 Апреля 2021, 08:05

Еңеүселәр рәтендә булырбыҙ әле!

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ауылдар дүрт категорияға бүленде: эре, ҙур, урта, бәләкәй.

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ауылдар дүрт категорияға бүленде: эре, ҙур, урта, бәләкәй.
Тәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл»дың финалына үткән 12 ауылдың экспозициялары менән танышты. Мәғлүм булыуынса, былтырғы конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы бүләк фондын арттырҙы, һөҙөмтәлә дөйөм бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итте. Еңеүселәргә 5 миллион һум тапшырылды, икенсе урынға – 3 миллион һум, өсөнсө урынға – 2 миллион һум.
Бүләкләү тантанаһын асып, республика етәксеһе «Айыҡ ауыл» конкурсын бик халыҡсан булыуын билдәләне. «Илебеҙҙең башҡа төбәк башлыҡтары менән аралашҡан ваҡытта мин һәр ваҡыт республикабыҙҙа халыҡтың яҡынса 40 проценты ауылда йәшәүе тураһында ғорурланып һөйләйем. Ауылда йәшәгән кешеләр – ауылдың йәне ул. Ауылдың үҫеше, яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. «Айыҡ ауыл» конкурсына яңы көс бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күп һатыла башланы, хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары артты. Ҡайһы бер райондарҙа суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы «хәрби операциялар» ойошторорға тура килде. «Айыҡ ауыл» конкурсы ла ошо йәһәтттән беҙгә ярҙам итте. Конкурс халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә. Ҡыҙыҡһыныу бар, кешеләр яҡшыраҡ йәшәргә теләй. Конкурс күп милләтле», — тине Радий Хәбиров. Меңдән ашыу кеше йәшәгән эре ауылдар араһында беренсе урынды Учалы районы Илсе ауылы яуланы, икенсе урында – Өфө районы Шамонин ауылы, Тәтешле районы Шүлгән ауылы өсөнсө урынды алды.
Ҙур ауылдар араһында беренсе урында – Күгәрсен районы Исем ауылы, икенселә – Бөрө районы Бахтыбай ауылы, өсөнсөлә – Әбйәлил районы Таштимер ауылы.
Урта ауылдар категорияһында: Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы һәм Бөрйән районы Брәтәк ауылы.
Бәләкәй ауылдар араһында Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы еңеү яуланы, «Айыҡ ауыл»дың көмөш призерҙары – Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында йәшәүселәр, өсөнсөлә – Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы.
12 финалсы араһында тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолдо. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы республика халҡы билдәләне. Мәртәбәле республика конкурсы финалында райондан Алаҡай ауылы ла көс һынаны. Ул “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында гран-при яулап 100 мең һумға эйә булғайны. Республика кимәленә сығыу уларға тағы ла ҙурыраҡ тәжрибә бирҙе, берҙәмлеккә һынаны. Ауыл ҡатнашҡан өсөн дипломы менән бүләкләнһә, Скворчиха ауылы хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко ла әүҙем ҡатнашҡан өсөн дипломына эйә булды.
- Был конкурс аша беҙ дөйөм тырышлыҡ менән бәләкәй генә ауылыбыҙҙың да күп нәмәгә өлгәшә алыуын дәлилләнек. Был бер йыллыҡ ҡына эш һөҙөмтәһе түгел. Ауылыбыҙҙы матурлау, төҙөкләндереү буйынса күптәндән саралар күрелә. 2012 йылдан ныҡлап эскелеккә ҡаршы көрәш астыҡ һәм бының һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Артабан да ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Ауылдаштарымдың берҙәм булыуҙары менән ғорурланам. Өмә булһа, береһе лә ситтә ҡалмай, кемдер техника менән, кемдер көрәк тотоп сыға. Бергәләп тырышҡас, ауыл, ысынлап та, матурлана, үҙгәрә. Һуңғы йылдарҙа ғына һигеҙ яңы йорт ҡалҡты, йәштәр төпләнеүе бигерәк тә һөйөнөслө. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып киләбеҙ. Төҙөкләндереү буйынса “Иң яҡшы бәләкәй ауыл”, “Бәләкәй ауылдар араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәүе” һәм башҡа уңыштарыбыҙ - дөйөм хеҙмәт емеше.”Айыҡ ауыл” конкурсында һуңғараҡ тағы ла ҡатнашып ҡарарға тигән ниәтебеҙ ҙур. Ауыл халҡын дәртләндереүҙә, ауылдарыбыҙҙы күтәреүҙә был конкурстың әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Райондаштарымды, башҡа ауылдарҙы ошо конкурста дәррәү ҡатнашырға саҡырам, - тине Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Читайте нас