Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 16:39

Ғүмерҙәр өҙөлдө

14 апрель Ишембай районында Стәрлетамаҡ – Петровский юлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, авария көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә була.

Юлдың 38-се километрында УАЗ (рулдә - 83 йәшлек водитель, Ишембай районынан) менән йөк тейәлгән МАЗ (рулдә - 59 йәшлек ир, Стәрлетамаҡ районынан) автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, УАЗ водителе ваҡиға урында уҡ һәләк булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен тикшерә.
Бөгөн 13.56 сәғәттә Әхмәр ауылында ағас йорт янып китеүе хаҡында хәбәр алдыҡ. Әхмәр, Ишәй ирекле янғын һүндереү командаһы хеҙмәткәрҙәре, Ишембай һәм Петровскийҙан да янғын-ҡотҡарыу частары техникаһы килеп етеп, ут тиҙ арала һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт эсендә 58 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Ваҡиға сәбәптәре тикшерелә.
Фото: Госкомитет РБ по ЧС.
Читайте нас