*Гәрсис үҫкән ерҙә һуған мул уңыш бирә.
*Кишер ултыртҡанда, түтәлде һыҙып сыҡҡас, орлоҡ сәсер алдынан һыу һибегеҙ. Аҙаҡ һыу һипмәһәгеҙ ҙә була. Сөнки ул дым эҙләп, үҙе ер аҫтына китергә тейеш.
*Укропты ҡояш төшә торған ергә сәсәләр. Күләгәлә уның хуш еҫе кәмей.
*Бәрәңге һәм помидор янына сөгөлдөр сәсегеҙ, ул йәшелсәләрҙе фитофтороздан һаҡлай.
*Һарымһаҡ эре булһын өсөн, уны торф һәм ҡомло тупраҡҡа ултыртығыҙ.