Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 05:50

ФАЙҘАҺЫН КҮРЕГЕҘ!

Дүшәмбе көн Ишембайҙың ете йәш ғаиләһенә торлаҡ алыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ сертификаттар тапшырылды. Район хакимиәтендә һәр аҙнаны башлап ебәргән эшлекле кәңәшмәнең тәүге өлөшө ошо ҡыуаныслы ваҡиғаға арналды.

Дүшәмбе көн Ишембайҙың ете йәш ғаиләһенә торлаҡ алыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ сертификаттар тапшырылды. Район хакимиәтендә һәр аҙнаны башлап ебәргән эшлекле кәңәшмәнең тәүге өлөшө ошо ҡыуаныслы ваҡиғаға арналды.
“Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы ведомство программаһы буйынса дәүләт субсидияһы алған йәш ғаиләләр уны Башҡортостанда тормошҡа ашырырға тейеш. Йәғни, үҙебеҙҙең республикала торлаҡ һатып алырға йә төҙөргә тигән һүҙ.
- Файҙаһын күрегеҙ, балаларығыҙ уңайлы, иркен шарттарҙа үҫһен, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов социаль түләү сертификаты хужаларын ихлас ҡотлап.
Айгөл һәм Ринат Дәүләтҡоловтар был ҡыуанысты балалары менән бергә кисерҙе – тантанаға өсөһөн дә үҙҙәре менән алғандар.
- Балалар бер-бер артлы ғына тыуҙы, 2013 йылдан йәш ғаилә булараҡ торлаҡ программаһы буйынса сиратта торғайныҡ, бына, ниһайәт, көтөп алдыҡ. Әлбиттә, беҙҙең кеүек ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам. Хәҙер ошо сертификат аҡсаларын һәм әсәлек капиталын фатир алыуға тотонасаҡбыҙ, бындай программалар бик кәрәк, - ти улар.
Ете ғаиләгә тапшырылған социаль түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 7, 6 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Араларында яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләгән әсә лә, әле 2-3 бәләкәсен үҫтереп, ғаилә ишәйтеүҙән ҡурҡмағандары ла бар. Дәүләт таянысын тойғанда дәртләнеп йәшәргә, балалар тәрбиәләргә кәрәк, ти улар.


Автор фотоһы.
Читайте нас