Ошо байрамға бәйләп, төркөмдә (
https://vk.com/gazeta_toratay) “Ҡайһы ауыл биләмәһе башлығы иң булдыҡлыһы?” тигән һораулама үткәреп алырға булдыҡ. Быға бик “тәрән” ҡарамауығыҙҙы һорайбыҙ, сөнки барыбыҙ ҙа аңлап тора - туғандары, дуҫ-иштәре, һәм, әлбиттә, ауылдаштары әүҙем булған һәм тауышын бирергә күпһенмәгән биләмә башлығы алға сығасаҡ. Беҙҙең тап шул ауылдаштары әүҙемлеген баһалап ҡарағы килә лә инде. Башлыса рус халҡы йәшәгән Верхотор, Петровский ауыл биләмәләренән төркөмдәштәребеҙ аҙ булыуы ихтимал, шуға күрә беҙ биләмә хакимиәтенә был һорау алыу хаҡында махсус хәбәр итербеҙ. Еңеүсе башлыҡҡа мәртәбәле бүләк әҙерләйбеҙ!