Маҡарға китеп барам. Йәйәүләп. Иң тәүҙә ялан буйлап атлайым. Күңелем менән ҡыш буйы көҫәп алған ошо сафлыҡтың бер күҙәнәгенә әйләнә барыуымды тоям. Рәхәтлеге!
Унан Маҡар тауының иң түбәһенә, ҡояш менән икәүләшеп, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштарҙың сыр-сыр һайрауын тыңлап, көләс яҙҙы рәхәтләнеп ҡосаҡлап, менеп етәбеҙ әй.
Рәхмәт һиңә, йәме, Раббым!
Мине, ғаиләмде, нәҫелемде, ауылымды, өммәтемде яратыуыңа рәхмәт!
Инде ҡәҙерле Ураҙаларыбыҙҙы имен-аман ғына үткәреп ебәрергә насип әйлә!
Көнөбөҙҙө бәрәкәтле, ҡотло итеп бир, Ин шәә Аллаһ!