Йәмғиәт
12 Апреля 2021, 12:59

Йыһан менән тоташтырған көн

Бөгөн ҡалабыҙҙың Юрий Гагарин һәйкәле янында Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө уңайынан тантаналы митинг үтте. Сараға Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы кадеттары, мәктәп, лицей уҡыусылары, ӨДАТУ студенттары ла саҡырылды.

- Илебеҙ тарихы өсөн был бик мөһим дата. Киләсәк быуын данлы тарихты белергә тейеш. Ә беҙҙең бурыс – быуындар тәжрибәһен һәм белемдәрҙе уларға тапшырып ҡалдырыу, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов.
Митинг мәлендә алып барыусылар совет космонавтикаһы, беренсе йыһангир Юрий Гагариндың шәхси батырлыҡ тарихын иҫкә төшөрҙө. Космодромда хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ, офицер Владимир Пасюта ла үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште.
1961 йылдың 12 апрелендә «Восток» йыһан карабында совет космонавты Юрий Гагарин кешелек тарихында тәүге тапҡыр йыһанға оса. Ул Ер шарын 108 минут эсендә урап, имен-һау әйләнеп ҡайта.
Әйткәндәй, Гагаринға тиклем ғалимдар биш тапҡыр һынау осошо үткәрә. Тәүге карап барлыҡ программаларҙы үтәй, ләкин кире төшөр саҡта, командаға буйһонмай, асыҡ йыһанға сығып китә. Икенсе осош уңышлы тамамлана. Әммә 1960 йылда осоролған өсөнсө карапта янғын сыға. Дүртенсе һәм бишенсе һынауҙар уңышлы тамамлана. Шунан һуң ғына совет ғалимдары йыһанға кешене сығарырға ҡарар итә.
Тантаналы сара һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Автор фотолары.
Читайте нас