Йәмғиәт
12 Апрель 2021, 16:19

Ауыл хәбәрҙәре

Әхмәр мәҙәниәт йортонда ла Космонавтика көнөнә арналған бик мауыҡтырғыс сара уҙҙы.

Әхмәр мәҙәниәт йортонда ла Космонавтика көнөнә арналған бик мауыҡтырғыс сара уҙҙы.
Уҡыусылар "Йыһан серҙәре" темаһы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, космонавтар кеүек көслө, етеҙ булыр өсөн спорт ярыштарында ҡатнаштылар. Шулай уҡ "Йыһан киңлектәрендә тәүге кеше" темаһына бик матур һүрәттәр төшөрҙөләр.
Сарала ҡатнашҡандары, актив булғандары өсөн өсөнсө класс уҡыусыларына, класс етәкселәре Гөлнара Хәмитйән ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Читайте нас