Йәмғиәт
11 Апрель 2021, 08:05

ЕРЕ БУЛҒАС, ЮЛЫ ЛА, ҺЫУЫ ЛА КӘРӘК

Ошо көндәрҙә Тирмән-Йылға ауылы Мәҙәниәт йортонда үткән халыҡ йыйылышында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был үҙе үк ауылдаштарҙың әүҙемлеге, борсоған һорауҙары буйынса етәкселектең аныҡ яуабына өмөт итеп килеүҙәре хаҡында һөйләй.

Ошо көндәрҙә Тирмән-Йылға ауылы Мәҙәниәт йортонда үткән халыҡ йыйылышында йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был үҙе үк ауылдаштарҙың әүҙемлеге, борсоған һорауҙары буйынса етәкселектең аныҡ яуабына өмөт итеп килеүҙәре хаҡында һөйләй.
Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакировтың сығышында 2020 йылда был биләмәлә башҡарылған эштәр барланды, быйылға ниәтләнгәндәре һаналып үтте.
- Уҙған йылда хакимиәт эшмәкәрлеге халыҡ өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға, төҙөкләндереү кимәлен үҫтереүгә йүнәлтелде. Быға юлдарҙы, тротуарҙарҙы ремонтлау, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу, ағас ултыртыу кеүек эштәр ҡарай, - тине Илшат Салауат улы, сығышын башлап. – Тирмән-Йылға тораҡ пунктына килгәндә, 2021 йылғы планға юлдарға ҡырсынташ түшәү, территориаль заказ буйынса асфальт һалыу, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, берәҙәк эттәрҙе вольерға урынлаштырыу, «йәйәүлеләр үткәүеле» юл тамғаһы ҡуйыу һәм башҡа эштәр индерелгән.
Ағымдағы йылға билдәләнгән йөкләмәләрҙе асыҡлағандан һуң, Тирмән-Йылға халҡы етәкселеккә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, йәш ғаиләләр балалар майҙансығы төҙөргә тигән тәҡдим менән сыҡты. Мәсьәләне Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу юлы менән хәл итергә тырышасаҡбыҙ, тине Илшат Шакиров. Майҙансыҡтың проектын әҙерләүҙә райондың архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ ауылдаштарҙан, контейнерҙар майҙансығына илткән юлға ваҡ таш түшәргә тигән мөрәжәғәт яңғыраны. Был эште башҡарыу ошо йәй айҙарына планлаштырылған. Территория ҙур, автобус маршрутын ике туҡталыш менән ойошторорға кәрәк - был ҡалаға йөрөп эшләүселәр үтенесе. Колледждарҙа уҡыусы студенттар, түңәрәккә йөрөгән балалар ҙа бар. Шуға ла иң тәүҙә автобустың ауылға килеү ваҡытын билдәләү мөһим – быны халыҡ үҙе бергәләп хәл итергә тейеш. Фекер алышыуҙан һуң, ҡала биләмәһе хакимиәте етәкселеге туҡталыштарҙы төҙөүҙе 2021-2022 йылдар планына индерҙе.
Әлеге көндә Нефтсе-2 биҫтәһендә - йәш ғаиләләргә ер бүленгән яңы биҫтәлә газ һәм һыу үткәреү мәсьәләһе киҫкен тора. Күп балалы ғаиләләргә һыуҙы машина менән ташыу ауырға төшә.
- Һәр яңы биҫтә буйынса проектлау процедураһының үҙ тәртибе бар. Республиканың адреслы инвестиция программаһына индереү ҡануниәткә ярашлы эҙмә-эҙлекле эш талап итә. Һәр мөрәжәғәтте ентекле өйрәнәбеҙ, беребеҙ ҙә бөгөнгө хәлгә күҙ йоморға тырышмай, - тип билдәләп үтте район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов. – Федераль һәм республика кимәлендәге проекттарҙа, программаларҙы ҡулдан ысҡындырмайбыҙ. Халыҡты инженер коммуникациялар менән тәьмин итеү финанс мөмкинлектәргә бәйле, юлын табырға тырышабыҙ.
Муниципаль район һәм ҡала биләмәһе хакимиәте етәкселеге Тирмән-Йылға халҡының йыйылышта күтәргән проблемалы һорауҙарҙы протоколға теркәй барҙы, уларҙы бергәләп хәл итеүҙә алға китеш булырына өмөт бар.
Бындай йыйылыштар Ишембайҙың һәр тораҡ районында үтәсәк. Был аҙнала район етәкселеге Перегонный халҡы менән осрашты, Кузьминовка, Смаҡайҙа ла көтәләр. Йыйылыштар хаҡында старосталарға алдан хәбәр ителәсәк.

Автор фотолары.
Читайте нас