Йәмғиәт
10 Апрель 2021, 08:41

Күмәкләшеп – өмәгә!

Көн йылытып, ер ҡарҙан әрселә башлау менән тирә-яҡты йыйыштырыу буйынса өмәләр башланды. Бөгөн дә иртә таңдан ҡаланың һәр мөйөшөндә эш гөрләп барҙы.

Көн йылытып, ер ҡарҙан әрселә башлау менән тирә-яҡты йыйыштырыу буйынса өмәләр башланды. Бөгөн дә иртә таңдан ҡаланың һәр мөйөшөндә эш гөрләп барҙы.
Ҡайҙалыр иреп бөтмәгән ҡарҙы ваҡланылар, икенсе ерҙә кипкән урындан элеккке япраҡтарҙы тырмап һеперҙеләр, ҡыштан ҡалған сүп-сар ҙа етерлек ине. Йәштәр, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре береһе лә эштән ситтә ҡалманы. Район хакимиәте, мәғариф идаралығы, Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы, Балалар баҡсалары, Үҫмерҙәр һәм балалар ижад һарайы һәм башҡа хеҙмәт коллективтарын өмә мәлендә тап иттек.
Күмәк эштән тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Читайте нас