Яҡташыбыҙ Светлана Заһиҙуллинаның оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының наградаһын Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының хәрби комиссары Кирилл Клюкин тапшырҙы.
Светлана Миҙхәт ҡыҙы 20 йылға яҡын Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хәрби комиссариатында хеҙмәт иткән. Күптән түгел ул үҙенең хеҙмәт урынын алмаштырған. Әлеге көндә Рәсәй Федерацияһы Пенсия Фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы буйынса идралығында хеҙмәт итә. Шуға ла миҙал тапшырыу тантанаһы әле эшләгән хеҙмәт коллективында үтте.
- Көтмәгәйнем, бик ҡыуаныслы хәл минең өсөн. Рәхмәт коллективыма, - тине ихлас йылмайып Светлана Миҙхәт ҡыҙы.
Миҙалды тап 8 апрелдә – Хәрби Комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнөндә тапшырылыуы ла иҫтәлекле булды.
Яуаплы, егәрле хеҙмәткәр яңы эш урынында ла ихтирам ҡаҙанып өлгөргән. Был турала Пенсия Фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы идаралығы начальнигы Илдар Зөлҡәрнәев та әйтеп үтте. Илдар Фәрүр улы хеҙмәткәрен сәскә гөлләмәһе менән тәбрикләп, артабан да уңыштар теләне.