Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 08:37

Иғтибар!

Ишембайҙа короновирус инфекцияһынан вакциналау Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса поликлиникала алып барыла.

Ишембайҙа короновирус инфекцияһынан вакциналау Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса поликлиникала алып барыла.
Поликлиника мөдире Зиләрә Ҡотоева әйтеүенсә, кисә 1 мең дозаға яҡын Спутник V (Гам-Ковид-Вак) вакцинаһы ҡайтарылған. Халыҡ ихтыяжы ҙур булғанға күрә, прививка кабинеты йома һәм шәмбе көндәре лә эшләйәсәк (иртәнге сәғәт 8-ҙән 16.00-ға тиклем). Үҙең менән паспортың һәм СНИЛС булыуы кәрәк. Бынан тыш шәмбе көнө сәғәт иртәнге 9-ҙан “Ишембай” сауҙа үҙәге эргәһендә күсмә вакциналау пункты ла ойошторола.
Читайте нас