- Башҡортостанда лаборатор хеҙмәтен ҡайтанан ҡороу бара, был саралар сирҙәрҙе диагностикалау сифатын күтәреү, тикшереү ваҡытын ҡыҫҡартыу, патологик процестарҙы иртә асыҡлау һәм профилактикалауҙы көсәйтеү маҡсатында башҡарыла. Барлыҡ лабораториялар бер нисә кимәлгә бүленә. Беренсе кимәлгә ҡараған лабораториялар ғәҙәти урынлашҡан урындары буйынса эш алып бара (поликлиникалар, үҙәк район дауаханалары, стационарҙар), был лабораториялар базаһында дөйөм клиника (химия-микроскопия), цитология, бактериоскопия тикшереүҙәре планлы рәүештә башҡарыла. Бынан тыш ошо уҡ лабораторияларҙа ашығыс рәүештә тикшереүҙәр ҙә уҙғарыла (гемотология, биохимия, коагулология тикшеренеүҙәре). Икенсе кимәлдәге лабораториялар эре муниципаль-ара медицина ойошмаларында урынлаша, улар – Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Октябрьский ҡалаһының 1-се, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се, Нефтекама, Күмертау ҡала дауаханалары, Бөрө, Ишембай үҙәк район дауаханалары. Улар нигеҙендә үҙәкләштерелгән лабораториялар ойошторолған. Был лабораторияларҙа тикшереү мөмкинлеге күпкә киңерәк һәм бөтәһе 443 төр тикшереү алып барыла. Өсөнсө кимәлдәге лаборатория - Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының үҙәк–клиник диагностика лабораторияһында һирәк башҡарыла торған юғары технологик тикшереүҙәр эшләнә (гормондар, антиесемдәр, дарыу мониторингы). Ауыл халҡы борсолмаһын, биоматериалды алыу урыны һәм ысулы үҙгәрмәй, элеккесә Маҡар табип амбулаторияһының йыйыу кабинетында уҙғарыласаҡ. Пациенттарға бының өсөн ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Ҡатмарлы анализдар башҡарыу өсөн биоматериал Өфөгә һәм республика ҡалаларына 2-се һәм 3-сө кимәлдәге лабораторияларға ебәрелә. Һәр кеше, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, 400 төрҙән ашыу бушлай лаборатор тикшереүҙәр менән файҙалана ала.
- Ишембай Үҙәк район дауаханаһында эре муниципальара медицина ойошмалары рәтендә икенсе кимәлдәге лаборатория урынлашыуы беҙгә ҙур мөмкинлектәр бирә. Бик
ҡиммәтле заманса лаборатория ҡоролмалары алынды. Был анализдар сифатын бермә-бер күтәрә. Ауыл халҡы өсөн өҫтәмә мәшәҡәттәр тыумаясаҡ, анализдар элеккесә урында алына һәм төштән һуң һөҙөмтәләре амбулатория табибы ҡулында буласаҡ