Йәмғиәт
8 Апрель 2021, 17:38

Тыл ветерандарына оло хөрмәт

Тыл ветерандары ла йылдан-йыл кәмей. Әлеге ваҡытта 90 йәшен тултырған АҒИНӘЙҘӘРЕБЕҘ Ибрай ауылында йәшәүсе Аллабердина Фәриҙә апай, Мөхәмәтйәнова Зәйтүнә апай һәм Иҫәкәй ауылынан Ғарифуллина Мәрйәм апай ОЛО хөрмәткә лайыҡ. Эйе, барыһында ла бер үк яҙмыш...

Тыл ветерандары ла йылдан-йыл кәмей. Әлеге ваҡытта 90 йәшен тултырған АҒИНӘЙҘӘРЕБЕҘ Ибрай ауылында йәшәүсе Аллабердина Фәриҙә апай, Мөхәмәтйәнова Зәйтүнә апай һәм Иҫәкәй ауылынан Ғарифуллина Мәрйәм апай ОЛО хөрмәткә лайыҡ. Эйе, барыһында ла бер үк яҙмыш...

“Үәт, үткән ғүмер... Юл аша сыҡҡан һымаҡ ҡына булды бит. Аллаға шөкөр, үкенерлек булманы”. 90 йәшен тултырған инәйҙәребеҙҙең кисерештәрен йотлоғоп тыңлайһың. Бар кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән инәйҙәр менән һөйләшеүе үҙе бәхет. Бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә алалар...

Оло ҡайғыларға һалып Бөйөк Ватан һуғышы башлана, инәйҙәребеҙгә туғандарына ярҙам итеү өсөн бар эшкә тотонорға тура килә. Ул йәшелсә үҫтереү, көтөү көтөргә сығыу, колхоз эшендә өлкәндәр менән бер рәттән эшләйҙәр. “Бер сынаяҡ һөтлө сәй менән бер телем икмәк булһа, үҙеңде шул тиклем бәхетле тояһың, тәнеңә көс йүгергәндәй була ине. Ә хәҙер ниндәй генә ризыҡ юҡ! Тик кешеләр уның ҡәҙерен белмәй шул. Ә шул һөтлө үлән сәйенең тәме әле лә тел осонда..." - тип иҫкә алалар. "Серек бәрәңге, үлән ашап үҫтек. Бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманыҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит. Үткән ғүмер... Һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Аллаға шөкөр, үкенерлек булманы,” - тиҙәр улар.
Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәттәре өсөн инәйҙәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!
Читайте нас