Йәмғиәт
8 Апреля 2021, 14:05

Ерҙе уңдырышлы итеү өсөн бер нисә кәңәш

Тупраҡты 5 сантиметрҙан да тәрнерәк йомшартырға ярамай. Ерҙең тәбиғи структураһын боҙмайынса, серетмә ҡатламын ғына йомшартырға кәрәк.

Тупраҡты 5 сантиметрҙан да тәрнерәк йомшартырға ярамай. Ерҙең тәбиғи структураһын боҙмайынса, серетмә ҡатламын ғына йомшартырға кәрәк.
Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәрештәре йоғонтоһонан һаҡлау өсөн тупраҡ өҫтөн органик ашламалар йәки материал менән ҡапларға кәрәк. Был иһә тупраҡты кибеүҙән һәм боҙолоуҙан һаҡлай.
Тупраҡты туйындыр – ул тағы ла мулыраҡ уңыш бирер. Серей торған бөтә нәмәләрҙе лә тиреҫкә әйләндереү файҙалы булыр. Серетмәне селәүсендәр эшмәкәрлегендә ҡалдыр, улар уны тупраҡ эсенә үҙҙәре ташыясаҡ.Компосты түтәл өҫтөндә булдырыу яҡшы.
Тупраҡты бер ҡасанда үҫемлектәрһеҙ ҡалдырма. Буш ерҙәргә нәмә булһа ла сәсергә кәрәк.

Ғилми кәңәштәргә генә ышанып, тәбиғи структураны боҙоуҙан һаҡланығыҙ.

Читайте нас