Бының өсөн 1 аш ҡалағы укроп орлоғона 1 литр ҡайнап сыҡҡан һыу ҡойорға һәм 1 сәғәт тирәһе төнәтергә. Аҙаҡ һыуын һөҙөп алып иртәле-кисле яртышар стакан эсегеҙ.
Был ысул имеҙгән әсәләрҙең һөтөн дә арттыра. Ә сабыйҙарҙың эсе ауыртҡанда (колики) ошо укроплы шыйыҡсаны тамсылап, әҙ-әҙләп бирһәгеҙ ҙә була.