Йәмғиәт
7 Апрель 2021, 17:19

Ауыл хәбәрҙәре

Этҡол ауыл мәсетендә изге Рамаҙан айы алдынан бик матур эштәр башҡарылды.

Этҡол ауыл мәсетендә изге Рамаҙан айы алдынан бик матур эштәр башҡарылды.
Быға тиклем һыу үткәрелеп, кухня гарнитуры алынып, кухня бүлмәһенә газ плитаһы күсерелһә, бөгөн аҙан әйтеү өсөн тауыш динамиктары яңыртылды. Был эштәр барыһы ла хәйер аҡсаһына башҡарылды. Алла бирһә, Рамаҙан айында аҙан тауыштары иман нуры таратып ,ауылыбыҙҙа яңғырап торор әле.
Читайте нас