Йәмғиәт
6 Апрель 2021, 12:59

Хәл яйланды

Һайран ауылында 1 Май урамында йәшәүсе Рәйлә Ильясова һалған видео интернет селтәре аша бик тиҙ таралды. Баҡһаң, бер нисә йорт ихатаһына һыу кергән, ярҙам кәрәк. Сәбәбе аңлашылып тора – ҡар ҡапыл эрене, ямғырҙар ҙа үҙенекен өҫтәне.

Һайран ауылында 1 Май урамында йәшәүсе Рәйлә Ильясова һалған видео интернет селтәре аша бик тиҙ таралды. Баҡһаң, бер нисә йорт ихатаһына һыу кергән, ярҙам кәрәк. Сәбәбе аңлашылып тора – ҡар ҡапыл эрене, ямғырҙар ҙа үҙенекен өҫтәне. Яҙғы һыуҙар был урам халҡын беренсе йыл ғына борсомай икән. Һыу кимәле быйыл күпкә юғары булыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың хәлен аңларға була. Йортоңдан сыға алмай ултырһаң, видеоһын да төшөрөрһөң, хатын да яҙырһың шул. Ҡар һыуын үткәрергә тейешле торба ямғырҙар ваҡытында тығылған булған. Видеонан барыһын да күрерһегеҙ, бөгөн Һайранда техника ярҙамында канауҙар киңәйтелде. Һыу яйлап киткән, йорт хужаларының кәртә-ҡураһына ла, малына ла хәүеф янамай.
Читайте нас