Уҙған йома «Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәгендә яҙғы каникул осоронда эшләп килгән ял лагерын ябыу тантанаһы үтте. Балалар өсөн иҫтәлекле сараны ойоштороу сығымдарын муниципаль район Советы депутаттары һәм ҡатынҡыҙҙар советы үҙ өҫтөнә алды.
Сәй табынында күмәкләп торт һәм пицца менән һыйланған төрлө йәштәге балаларҙы күреп күңел һөйөндө. Байрамса мөхиттә бүләктәр, татлы тәмлекәстәр алыу уҡыуҙарына ла дәрт өҫтәр.
«Инсайт» директоры Гөлнара Ҡөҫәпҡолова аңлатып үтеүенсә, лагерға аҙна дауамында 8-14 йәштәрҙәге 34 бала йөрөгән. Балалар өсөн спорт, аң-белем һәм социаль-педагогик йүнәлештәге сараларҙы үҙ эсенә алған махсус программа эшләгәндәр.
- Ял итеүсе балалар өсөн көн һайын ҡайнар аш, фитнес ойошторолдо. Лагерь педагогтары балалар өсөн хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәтселекте иҫкәртеү буйынса ҡыҙыҡлы
дәрестәр үткәрҙе. Ҡыҙҙар-малайҙар төрлө уйындарҙа, тамашаларҙа ҙур кинәнес менән ҡатнашты, - тип ихлас уртаҡлашты Гөлнара Вәкил ҡыҙы. – Лагерҙы ойоштороу барышында муниципаль райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм депутаттар ҙур ярҙам күрһәтте, уларға ихлас рәхмәт! Шулай уҡ «Бәхетле балалар» хәйриә фондының етәксеһе Ирина Фәйзуллинаға рәхмәтлебеҙ – ул тәрбиәләнеүселәр өсөн аниматорҙарҙы саҡырып, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Тамаша аҙағында Гөлнара Ҡөҫәпҡолова һәм лагерь начальнигы Миләүшә Заһиҙуллина балаларҙы ихлас ҡотлап, әүҙем, дәртле булыуҙары өсөн грамоталар менән ҙурланы.
- Гөлнара Вәкил ҡыҙынан, ярҙам кәрәк ине тигән хәбәр алғас, беҙ, муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, «Инсайт» үткәргән сараға ихлас ҡушылдыҡ. Йөҙҙәренә ҡарап, бүләктәр оҡшағандыр тип уйлайым, олоһо ла кесеһе лә ҡәнәғәт ҡалды, - ти ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкиле Гөлнара Шәрипова.
– Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балалар һәләтле һәм эскерһеҙ булыуҙары менән һоҡландырҙы. Уларҙың үҙҙәрен сәхнәлә иркен тотоуҙары айырым маҡтауға лайыҡ. Күңелдәрен күтәреп ебәреү өсөн ошолай бер йыйылыу, аралашыу, уйнау етә. Бындай изгелекле саралар «Инсайт» психологик-медицина-социаль ярҙам үҙәге тәрбиәләнеүселәренә тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ынтылыш бирә. Эш бүләктә лә түгел, иң мөһиме – иғтибарҙа, йылы һүҙҙә. «Атмосфера» йәштәр үҙәгенең «Һаулыҡҡа хайп» тип аталған профилле лагер сменаһын да балалар әленәнәле иҫенә төшөрөр. Йәштәр һарайы нигеҙендә эшләп килгән был үҙәк үҫмерҙәрҙе үҙенә тартып тора, сөнки күңелдәренә тура юлды беләләр. Тәрбиәләнеүселәргә вокал буйынса педагог Вика Кедровская, «Йәшә, бейе» бейеү ансамбле етәксеһе Азалия Кәримова һәм лагерҙың бағыусылары - Ишембай муниципаль районының ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары сағыу байрам прграммаһы әҙерләгәйне. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арнап, балалар сәхнәлә үҙҙәре әҙерләгән перфоманс күрһәтте. Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Нелли Коледова лагерға йөрөүсе һәр уҡыусыға грамоталар һәм татлы күстәнәстәр тапшырҙы.
- Бер аҙналыҡ лагер тормошон сәләмәт йәшәү рәүешен, ирекмәндәр эшмәкәрлеген пропагандалауға арнаныҡ. Беҙгә Ишембай мәктәптәренән теләге булған 10-13 йәштәрҙәге 25-кә яҡын уҡыусы йөрөнө. Лагер бушлай ойошторолдо. Смена барышында күргәҙмәләр үтте, саф һауала физик күнекмәләр ойоштороп торҙоҡ, бассейнға барҙылар, төрлө һөнәрҙәр менән таныштылар. Ғөмүмән, балаларға лагер бик оҡшаны. Уҡыусыларҙың күңелен күргән «Киноград» кинотеатры, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, йәштәр эштәре буйынса комитет етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти «Атмосфера» йәштәр үҙәгенең педагог-уҡытыусыһы Эльвира Локтионова.