Беҙҙең Әптек ауылы ике яҡлап та сағыл тауҙары уртаһында ултыра. Юғары яҡ сағылының төньяҡ-көнсығышында бәләкәй генә ҡатнаш урман – Бүләк урманы бар.
Уның дөйөм майҙаны 100 гектар самаһы. Бүләккә етмәҫ борон бәләкәй имәнлек бар. Унда ҡайын, йүкә, уҫаҡ ағастары ла үҫә. Бүләк урманы элек Шихан урмансылығы, Маҡар межлесхозына керә ине. Ул ваҡытта лесничий Петр Назаров, техник Альберт Сабирйән улы (авт. фамилияһын хәтерләмәйем), ә урмансы булып Тимашевка ауылынан Жиляев Сергей бабай эшләй торғайны. Ул эшләгән осорҙа Бүләккә ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Был эштә беҙҙең ауылдан атайым Алтынбаев Ғайфулла, Собханғолов Минеғәле бабай, Сабитов Ғәйсәр, Яҡупов Мәхмүт ағайҙар әүҙем ҡатнашты. Бүләк урманы артында, Түмәләс тауҙа, тағы бер бәләкәй имәнлек бар. Унда ла
ҡарағайҙар ултыртылды. Ул ҡарағайҙарға хәҙер кәм тигәндә иллешәр йәш була. Уларҙы утарға, рәт араларын таҙартырға ла шул уҡ кешеләр йөрөнө. 80-се йылдар башында улар матур булып шаулап үҫеп киттеләр. Тик әлегә улар өлгөрөп етмәгән.
Бүләк урманында урмансылар булып Сергей бабайҙан һуң беҙҙең ауылдан Мәһәҙиев Ишмөхәмәт ағай эшләне, унан һуң Фәнзил ағайым һәм атайым эшләне. Шул ваҡытта урманды икегә бүлделәр. “Просек” ҡырҡып сығып, урмансылыҡҡа һәм колхоз-араға тигеҙ бүлделәр.
Бүләктең урта ерендә Ҡорт баҡсаһы тигән ҙур аҡлан бар ине. Унда умарталыҡ урынлашҡан. Умартасы булып Муллабаев Мөхәмәт бабай эшләгән. Ул аҡланды хәҙер тирә яҡлап урман баҫып бөткән. Бүләктең аҫҡы яғында сабынлыҡтар күп булды. Унда урмансылыҡтың ике ҙур ялан сабынлығы һәм унан тыш ҡалған ерҙәре “Ағиҙел” совхозы эшсәндәре Вәхитов Абдрахман, Хажиев Мөхәррәм, Әминев Хамат, Ибраһимов Ғибаҙулла, Надир, Хисмәтуллин Сәйфулла, Тәбәкәнов Миниәхмәт, Ғайса ағайҙарҙың сабынлыҡтары булды. Хәҙер уларҙың балалары ҡалала йәшәү сәбәпле был ерҙәр сабылмай, ташландыҡ хәлдә.
Хәҙерге урман хужаларының ҡарашынанмы, Бүләк урманы һирәгәйеп ҡалды, юҡ хәлендә тиерлек. Атайым эшләгән осорҙа беҙ урманды көнөнә өс тапҡыр обход эшләй торғайныҡ. Бүләк урманы артында, “Ағиҙел” совхозының һөрөнтө ерендә, ике мәмерйә бар. Урмандан 500 метр тирәһе аҫҡы яҡта, шишмәләрҙән сыҡҡан Ҡарағай йылға тигән бәләкәй генә йылға ла ағып ята. Был йылға Һәләүеккә барып ҡоя.
1975 йылғы ҡоролоҡта ауыл халҡына һәм колхозға ҙур күләмдә япраҡ аҙыҡ әҙерләү Бүләк урманында барҙы. Япраҡ аҙыҡ башлыса колхоздың һарыҡ фермаһына әҙерләнде. Был ваҡытта колхозды шефлыҡҡа алған “Ишембай һыу каналы” йәмғиәте эшселәре ҙур ярҙам күрһәтте. Колхозда өс меңләп баш “архаромеринос” тоҡомло һарыҡтар аҫыралды. Был ферма “Салауат Юлаев” колхозының Әптек бригадаһына ҡарай ине. Оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып Ибраһимов Абдулла ағай, мал ҡараусылар ағалы-ҡустылы Зәйнулла һәм Ғәлиулла Хәлисовтар, шулай уҡ ағалы-ҡустылы Миңлегәрәй һәм Сәлимгәрәй Үмәрбаевтар, Яҡупов Фәхретдин, Ғәлиев Ишмырҙа ағайҙар тырыш хеҙмәт күрһәтте.
Бүләк урманы заманында ике ҙур янғындан тороп ҡалды. Беренсеһендә япраҡ аҙыҡ әҙерләгәндә “подшефныйҙар”ҙың ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуынан килеп сыҡҡайны. Янғын һүндереүселәр һәм ауыл халҡының берҙәм тырышлығы менән ут тиҙ арала һүндерелде. Икенсеһендә, 90-сы йылдар аҙағында, 1 Май байрамында, балаларҙың ҡылғанға ут төртөп ебәреүҙәре арҡаһында урманға ут ҡапты. Яҡупов Әхмәт етәкселегендә йәштәр барып һүндереп өлгөрҙөк. 1983 йылдың көҙөндә бер ата мышы, ни сәбәптәндер урмандан сығып, кешеләрҙе ҡурҡытып боларып йөрөнө. Атайым менән урманға барғанда ул беҙгә лә осраны. Беҙ еккән атты урман хужалығына атайым Әрметрәхим ауылынан алғайны. Был туры Зорька ҡушаматлы оҙон тороҡло бейә малы был мышынан ҡурҡманы. Ул ат сығышы Белорет районы Туҡан ҡасабаһынан алынған булған икән. Зорька, күрәһең, тау яғында мышылар араһында үҫкән булған. Ауыл көтөүен байтаҡ шулай өркөтөп йөрөнө, шунан кинәт юҡҡа сыҡты.
Әле яңыраҡ ферма малдарын көткән саҡта Оло ялан яғынан бер инә мышыны ике рус гончийы һәм бер пиги тоҡомло һунар эттәре баҫтырып сығарып, Ишҡолов Рәшит ҡусты сабынлығы аша Бүләк урманы артына индереп алып киттеләр. Тимәк, мышылар ҡалған әле.
Атайым урмансы эшен 1985 йылдың көҙөндә Тимашевка ауылы кешеһе Алексей Мордовинға тапшырҙы. Был яҙмамды атайым Алтынбаев Ғәйфулла Әхмәҙулла улының яҡты иҫтәлегенә арнайым. Быйыл уның вафатына 26 ғинуарҙа 30 йыл тулды.