Йәмғиәт
5 Апрель 2021, 12:32

Аяҡтарҙағы “бәшмәктәр”ҙе дауалайбыҙ

Аш содаһы инфекцияларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Тасҡа 7 литр йылымыс һыу, 3 аш ҡалағы сода һәм ҡырғыстан үткәрелгән кер һабынын һалып бутайбыҙ. Аҙаҡ аяғығыҙҙы 20 минутҡа тығып тороғоҙ. Дүрт көн буйы шулай эшләгеҙ.

Ятыр алдынан аяҡ бармаҡтарын бор кислотаһы менән ыуығыҙ. Ойоҡ кейеп йоҡлағыҙ.
Марганцовкалы һыуҙы марля менән сылатып, аяҡтарҙы урайбыҙ. 20 минут тирәһе тотҡандан һуң алығыҙ.
Йылымыс һыуға ҡаты ҡәһүә һалып аяҡтарығыҙҙы 30 минутҡа тығып тороғоҙ. Был ысул тирегеҙҙе йомшартырға булышлыҡ итер.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас