Ауыл фельдшеры - халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе. Сирләп китә ҡалһаҡ, дауаға өмөт итеп иң элек уға барабыҙ. Беҙҙең дә ауылдаштарына көнтөн ярҙамға килергә әҙер фельдшерыбыҙ бар. Ул - Әлмира Әмир ҡыҙы Кинйәбаева.
1985 йылда, Салауат ҡалаһының медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Кинйәбулат ауылында фельдшер булып эш башлай ул. Дәртләнеп эшкә тотонған йәш ҡыҙҙы ауыл халҡы тиҙ үк үҙ итә. Мөхәббәте Сабир Сәхәүетдин улын да ошонда осрата. Йәштәр өйләнешәләр, тырышып донъя көтәләр, ике бала үҫтерәләр. Әммә тормош аяуһыҙ, гел һин тигәнсә бармай.Тормош иптәше бынан бер нисә йыл элек вафат булғас та, Әлмира Әмир ҡыҙы ауырлыҡтарға бирешмәне, тырышып донъя йөгөн тарта.
Эшем тынғыһыҙ тип тә бер ҡасан зарланмай. Көн оҙонона эшләп ҡайтҡас, ярҙам һорап ишек шаҡып саҡырыусылар аҙ түгел. Ауырыу ҡасан килерен алдан әйтеп тормай шул. Буран ни, ямғыр ни, барлыҡ эшен ситкә ҡуйып, ауыл фельдшеры ярҙам һораусылар янына ашыға.
Ауыл ерендә фельдшер булып эшләү икеләтә яуаплылыҡ талап итә. Уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хатта хирург та булырға тура килә. Әлмира Әмир ҡыҙы Кинйәбулат, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡашалаҡбаш, Аникеевка ауылдарынан бөтәһе 1078 кешегә медицина хеҙмәттәре күрһәтә. Үҙ ваҡытында сөгөлдөр утау, бесән әҙерләү кеүек колхоз эштәренән дә ситтә ҡалманы.
Әлмира Әмир ҡыҙының хеҙмәт стажы 36 йыл булып киткән. Ул әле лә бөтә күңелен һалып яратҡан һөнәрен башҡара. Балаларына ярҙам итеп өлгөрә, ете ейән-ейәнсәренең яратҡан өләсәһе лә ул.
Тик фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләү өсөн тейешле шарттар булмауы ғына борсой. Һыуы, канализацияһы юҡ, бинаға 15 йыллап ремонт эшләнмәгән. Уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырылһа, эшләүе күпкә еңелерәк булыр ине.
ФАП-тағы шарттарға бәйле мәҡәлә авторының күңелен ҡырған һорау менән Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Салауат Йосоповҡа мөрәжәғәт иттек. Был күптәнге проблема. Билдәле булыуынса, былтыр Кинйәбулатта 27 километр оҙонлоғонда һыу торбалары алмаштырылды, хәҙер йорттарға һыу яңы һыу үткәргестәр
буйлап килә. Быйыл ауылдың фельдшеракушерлыҡ пунктын да яңы һыу торбаһына тоташтырыу планлаштырылған. Ауыл хакимиәте башлығынан Кинйәбулатта яҡын киләсәктә яңы модулле ФАП төҙөү хәстәре күрелеүе тураһында ла өмөтлө яуап ишеттек.