Йәмғиәт
3 Апрель 2021, 11:00

Лабораторияны һаҡлап ҡалһаҡ ине

Ишембай Үҙәк район дауаханаһының лаборатория хеҙмәтен оптимизициялау арҡаһында Маҡар участка дауаханаһы лаборанты ҡыҫҡартылыуы тураһында билдәле булды.

Ишембай Үҙәк район дауаханаһының лаборатория хеҙмәтен оптимизициялау арҡаһында Маҡар участка дауаханаһы лаборанты ҡыҫҡартылыуы тураһында билдәле булды.
Ошо арҡала туғыҙ ауылдың 3 меңдән ашыу кешеһе ҡараған Маҡар дауаханаһында анализдар (бармаҡтан ҡан һәм һейҙек анализы) алыу туҡтатыласаҡ. Бар халыҡ ҡалаға йөрөп анализдар тапшырырға мәжбүр була. Булғанды һаҡлап ҡалыу сараһы күрелһә ине – был бөтә ауылдаштар мөрәжәғәте. Районыбыҙҙың баш табибы был проблеманы аңлатып китер тип ышанабыҙ, бәлки хәлдән сығыуҙың ыңғай юлы табылыр. Дәүләт тарафынан ауыл халҡына заманса медицина хеҙмәтен яҡынайтыу, ҡулай итеү хәстәре күрелгәндә, бындай ҡарарҙарҙы аңлап етеп булмай. Рәсми яуапҡа өмөт итеп ҡалабыҙ.

Гәзиттең киләһе һанына был һорауға рәсми яуап әҙерләрбеҙ. Әлегә тик шуны әйтеп була. Был Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкәләттәренән торған һорау. Үҙәк район дауаханаһына ҡараған барлыҡ дауалау учреждениелары министрлыҡҡа буйһона, лабораторияға бәйле мәсьәлә лә ведомство тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы үтәлә.
Читайте нас