Республика стоматология поликлиникаһының күсмә комплексы ошо көндәрҙә Йәнырыҫта эшләй.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, шуны әйтә алабыҙ - профилле ярҙам олоһона ла, кесеһенә лә күрһәтеләсәк. Күсмә бригада составына тәжрибәле табип-стоматологтар, терпевт, хирург ингән. Йәнырыҫ һәм күрше ауылдар халҡы ошо бер нисә көндә теш йүнәтә, алдыра ала, бынан тыш һәр мөрәжәғәт иткән кешенең ауыҙ ҡыуышлығы аутофлуоресцент стоматоскоп (АФС) ярҙамында тикшерелә. Яман шеште ваҡытында асыҡлауға маҡсатланған процедура дәүләт гарантияларына ярашлы бушлай үткәрелә. Бындай мөмкинлекте, әлбиттә, ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Күсмә стоматология модуле Йәнырыҫта 2 апрелгә тиклем эшләй.
- Ауылға теш табиптары килеүенә бигерәк һөйөндөк. Әлегә беренсегә бындай мөмкинлекте күрәм, - тип уртаҡлашты мәҙәниәт йортоноң техник хеҙмәткәре Миләүшә Ҡадирова. – Бер көн пломба һалдырҙым, икенсеһен теш ташынан таҙарттырҙым. Иртән балалар керә, төштән һуң ололарҙың тешен дауаланылар. Бөтә кәрәкле ҡорамалдары бар, таҙа, яҡты, ә табиптар үҙҙәре нисек мөләйем, ихлас! Был эште ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.
Йәнырыҫтар Республика стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт белдерә, ошондай күсмә комплекстар ауылдарға килеп торһон, ти улар.