Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 05:45

Ҡайтығыҙ, ояларығыҙ әҙер!

1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнөн билдәләнек. Һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейешлеген иҫкә төшөрә, тәбиғәт тураһында уйландыра ул. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң?

1 апрель – Халыҡ-ара ҡоштар көнөн билдәләнек. Һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейешлеген иҫкә төшөрә, тәбиғәт тураһында уйландыра ул. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң?
Сыйырсыҡтар ҡайта, оялар эшләргә кәрәк бит! Был акцияға уҡыусыларым алдан уҡ әҙерләнде. Атай-олатайҙары менән бергә эшләгән оялары ҡанатлы дуҫтарыбыҙға оҡшар, тип уйлайбыҙ. Яҙғы каникулға таралыр алдынан Ҡоштар көнөнә арналған класс сәғәтендә сыйырсыҡтар тураһында видеояҙма ҡарап, белемдәрен арттырҙылар. Тиҙҙән ауылыбыҙ сыйырсыҡтарҙың сихри моңона күмелер. Ә уҡыусыларым күҙәтеү Һәм теркәү эштәрен алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы – сыйырсыҡтарҙың бала сығарыу осоро, уларҙы туҡландырыу, осорға өйрәтеү. Ошо рәүешле бәләкәстәр тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн идерә.
Читайте нас