Ҡаланың Йәштәр һарайында Эшсе һәм студент йәштәре араһында КВН фестивале үтте.
Уҙған йылда уҡ планлаштырылған сара пандемия арҡаһында үткәрелмәй килде. Йәштәрҙең сәхнәне һағынғанлығы күренеп тора. Яңынан-яңы командалар барлыҡҡа килеүе лә ошо турала һөйләй.
Барлығы фестивалдә алты команда ҡатнашһа, уларҙың бишәүһе тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡты.
Тапҡырлыҡта, шаянлыҡта ярыш ҡыҙыу барҙы. Шулай ҙа еңеүҙе Ишембай һөнәрселек колледжы студенттары яуланы, 2-се урында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы һәм Ишембай ҙың йыйылма командалары, 3-сө баҫҡыста Ишембай нефть колледжыны йәштәре. Шулай уҡ номинациялар буйынса ла урындар билдәләнде. “Иң уңышлы шаяртыу” номинацияһына ӨДТУ-ның Ишембай филиалы командаһы лайыҡ булды. “Иң яҡшы ҡыҙҙар роле”, “Иң яҡшы егеттәр роле” еңеүселәре лә билдәләнде.