Йәмғиәт
31 Март 2021, 03:51

Яуапһыҙ ҡалдырманылар

Үткән йома көндө Ишембай районы муниципаль районы Советы секретары Рәмил Абдуллин, хакимиәттең юридик бүлеге начальнигы Ғәриф Кәримов, «Эталон» фирмаһы етәксеһе Олег Альмаганбетов һәм Ишембай район-ара прокуратураһы вәкилдәре граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте.

Һорауҙар төрлө ине. Улар араһында ер һәм баҡса участкаларына, ярамаған урындарға реклама банерҙарын ҡуйыуға ҡағылған мөрөжәғәттәр ҙә булды. Ҡабул итеүселәр халыҡҡа тейешле аңлатмалар бирҙе, һәр мәсьәлә шәхси контролгә алынды.
Рәмил Миниәхмәт улының фекеренсә, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү – халыҡ менән эшләүҙең иң йоғонтоло ысулы. Сөнки халыҡ килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса дәүләт органы, власть вәкиленә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Автор фотоһы.
Читайте нас