29 марттан 1 апрелгә тиклем 10.00-дан 18.00 сәғәткәсә ҡаланың Йәштәр һарайында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс халыҡтың трагедияһы һәм баҫып алынған территорияларҙа нацистарҙың һәм уларҙың ярҙамсыларының енәйәттәре тураһында архив документтарының Бөтә Рәсәй күргәҙмәһе бара.
Тематик күргәҙмә нацистар тарафынан алып барылған Совет халҡы геноциды сәйәсәтенең төрлө яҡтарын сағылдыра: каратель операциялар һәм тыныс халыҡты күпләп ҡырыу, аслыҡ менән интектереү һәм башҡа ауыр шарттар тыуҙырыу, Германияға ҡыуыу, мәжбүри эштәргә йәлеп итеү, дауаханаларҙа, башҡа дауалау учреждениеларындағы граждандарҙы юҡ итеү. Күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышы йыдарында баҫып алынған бөтә төбәктәрҙе лә үҙ эсенә алған.
Быға тиклем ул Өфө ҡалаһында эшләне. Ишембайға килгәндең тәүге көнөндә үк Ишембай нефть колледжынан, ӨДАТУ-ның Ишембай филиалынан студенттар, Верхотор мәктәбенән уҡыусылар килеп ҡараған. Эйе, күргәҙмә иҫ киткес ауыр осорҙо, фашистар яуызлығын асып бирә. Тарихты юйып ташлап булмай, уны белеү, өйрәнеү күп хаталарҙы иҫкәртә.