Йәмғиәт
30 Март 2021, 05:30

Иртәгәне бүләк ит

Ишембайҙа «Бәхетле балалар» хәйриәлек фонды нигеҙендә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн «Иртәгәне бүләк ит» тергеҙеү үҙәге эшен дауам итә.

Ишембайҙа «Бәхетле балалар» хәйриәлек фонды нигеҙендә сәләмәтлектәре сикләнгән балалар өсөн «Иртәгәне бүләк ит» тергеҙеү үҙәге эшен дауам итә.
Хәҙер үҙенсәлекле балалар бында күберәк төр медицина хеҙмәте алырға мөмкин. Тәүге этапта учреждениела «ДЦП», «психомоторика һәм телмәр үҫеше тотҡарлығы»,
«аутистик спектр тотҡарлығы» диагнозлы, шулай уҡ генетик сирле балаларға ярҙам күрһәтелде. Әле реабилитациялау хеҙмәте төрҙәре киңәйтелде, уларға педагог-логопедтар, дефектологтар, психологтар ярҙам итә. Учреждениела адаптив физик культура, быуын гимнастикаһы, АФК элементтары менән массаж, кесе моториканы
үҫтереү буйынса АРТ-терапия күнекмәләре лә үтеп була.
Үҙәккә Силәбенән иң яҡшы реабилитологтар ҙа килеп тора. Тулы мәғлүәмәтте 8 (34794)-6-26-72 телефондарына шылтыратып, йәки 8-987-487-06-51, 8-987-581-09-71 номеры буйынса WhatsApp аша белеп була. Адресы: Ленин проспекты, 56-сы йорт (проспект яғынан инергә). Эш ваҡыты: дүшәмбе-йома сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем. Шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре.
Читайте нас