Республика стоматология поликлиникаһының күсмә комплексы ошо көндәрҙә Йәнырыҫта эшләйәсәк. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып шуны әйтә алабыҙ - профилле ярҙам олоһона ла, кесеһенә лә күрһәтеләсәк. Күсмә бригада составына тәжрибәле табип-стоматологтар ингән. Йәнырыҫ һәм күрше ауылдар халҡы теш йүнәтә, алдыра аласаҡ, бынан тыш һәр мөрәжәғәт иткән кешенең ауыҙ ҡыуышлығы аутофлуоресцент стоматоскоп (АФС) ярҙамында тикшерелә. Яман шеште ваҡытында асыҡлауға маҡсатланған процедура дәүләт гарантияларына ярашлы бушлай үткәрелә. Күсмә стоматология модуле Йәнырыҫта 2 апрелгә тиклем эшләйәсәк.