Йәмғиәт
27 Марта 2021, 09:00

Ғаилә таяна алған хеҙмәт

Уҙған дүшәмбе “Торатау” гәзите редакцияһы Көньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Ишембайҙағы Ғаилә хеҙмәте белгестәре менән берлектә “тура бәйләнеш” ойошторҙо.

Уҙған дүшәмбе “Торатау” гәзите редакцияһы Көньяҡ район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Ишембайҙағы Ғаилә хеҙмәте белгестәре менән берлектә “тура бәйләнеш” ойошторҙо.
Эйе, Ғаилә хеҙмәте белгестәрен ярҙамға мохтаж ғаиләләр яҡшы белә тип әйтергә мөмкин. Шылтыратыусыларҙың тап улар яуап бирергә вәкәләтле һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүе лә ошоно дәлилләй. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә үҙәк аша ниндәй ярҙам юллай ала? Ғаилә эске арҡаһында тарҡалыуға бара, ни эшләргә? Адреслы социаль
ярҙамдың ниндәй төрҙәре бар? Тиҫтәнән ашыу һорауҙың барыһы ла ауылдарҙан булыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
- Беҙгә мөрәжәғәт иткән ғаиләләрҙең тормош шарттарын өйрәнергә тура килә. Сер түгел, бик ауыр йәшәгән ғаиләләр бар. Ярҙам төрҙәре сикле, әммә шуға ҡарамаҫтан, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә үҙәк аша ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, опека һәм бағыусылыҡ бүлеге менән хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәһен бирә, - тип уртаҡлашты хеҙмәттең ғаилә менән эшләү буйынса белгесе Әлфиә Иҙрисова. – Шуныһы күңелде ҡыра, ҡайһы бер ғаиләләр ярҙамға документтар юллап бөтөлдө тигәндә туҡтап ҡала. Шуға күрә үҙебеҙ районға сығып, консультациялар ойоштороп торабыҙ. Ғаиләһенә, балаларға тейешле бөтә льготаларҙы, өҫтөнлөктәрҙе белешеп, дәүләт ярҙамының һәр төрөн ҡуллана белгәндәр ҙә бар. Ундайҙар менән һөҙөмтә лә икенсе. Адреслы социаль ярҙамдың ғына дүрт йүнәлеше бар, беҙгә килгән, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә был мөмкинлектәрҙе аңлатабыҙ.
Аңлауығыҙса, Ғаилә хеҙмәтендә телефон шылтырауы бер ҡасан тынмай. Ә бит күп осраҡта бер кәңәш, юлын әйтеп бирешеү етә. 8(34794) 4-18-84 – тартынмай һорашығыҙ, белешегеҙ. Адресы: Стахановсылар урамы, 67-се йорт.
Читайте нас