Бөгөн, 26 мартта, Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре Скворчиха ауылы А.З. Привалов крәҫтиән-фермер хужалығына тикшереү менән сыҡҡан. Яҙғы сәсеү алдынан үҙйөрөшлө машиналарҙың, уға тағылмаларҙың торошо ентекле өйрәнелде, тип белдерҙе район-ҡала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин. Шул уҡ ваҡытта сара сиктәрендә номерһыҙ файҙаланылған үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмалар тикшерәләсәк.