21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнеп үтте. Был байрамды ойоштороу тураһында ҡарар 1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ҡабул ителгән була.
Әптек ауылы клубы хеҙмәткәрҙәре, ошо байрамға бағышлап, билдәле яҡташыбыҙ, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина менән осрашыу ойошторҙо. Яңыраҡ уның "Ҡотҡарырға ине Ҡояшты" исемле өр-яңы китабы донъя күргәйне.
- Бөтә донъя шиғриәт көнө кесеһенә лә, олоһона ла бер ни тиклем ижад тулҡынында тирбәлеүгә мөмкинлек бирә. Ошо байрамдан файҙаланып, ауылдаштар өсөн матур сара ойошторорға булдыҡ, - тип ихлас уртаҡлашты клуб мөдире Лилиә Латыпова. - Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙының үткер ҡәләме, сағыу образдары тураһында гәзит-журнал биттәрендә, интернет селтәрендә баҫылған шиғырҙарынан уҡып беләбеҙ. Ә бына шағирәнең үҙе менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу бер нимәгә лә етмәй.
Ғәлиә Кәлимуллинаның уҡыусыһы, "Торатау" гәзите редакцияһының корреспонденты Айһылыу Вахитова башҡорт шиғриәте өлгөләре менән таныштырҙы. Шул уҡ ваҡытта, ул, йәш ижадсы булараҡ, залда ултырыусыларға үҙенең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе.
Иҫләһәгеҙ, 2019 йылда Аҙнай яланында үткән "Ҡош юлы" бард фестивалендә яҡташыбыҙ Айһылыу Дауытова Гран-при яулағайны. Уның шиғырҙары ла яңғыраны был күркәм әҙәби кисәлә.
Шиғриәт – ул кешелек тарихының иң боронғо сәнғәте. Уның ҡасан барлыҡҡа килгәнен бер кем дә белә алмай. Боронғо дәүерҙә шағирҙар мөғжизәле һүҙҙәр менән урман серҙәрен асҡандар, үҫемлектәрҙе терелткәндәр, баҡсаларҙы сәскәгә күмгәндәр, тигән фараз да йәшәп килә.