Дәрсен ярҙамында ауыҙҙағы алама еҫтән ҡотолоп була. Бының өсөн 1 сәй ҡалағы бал һәм семтем дәрсенде 200 гр ҡайнаған йылымыс һыуҙа бутағыҙ. Был шыйыҡса менән ауыҙығыҙҙы ныҡ ҡына сайығыҙ.
Дәрсен, бал һәм һыу ҡушылған иретмәне бөжәк тешләгән урындарға мамыҡ менән сылатып ыуырға.
Дәрсен һәм бал йүткереү йонсотҡанда файҙалы. 4 сәй ҡалағы бал һәм 1 сәй ҡалағы дәрсенде бергә бутарға. Көнөнә 3 тапҡыр берешәр сәй ҡалағы ашарға. Был ысул, һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләрен дә юҡ итер.
Ашҡаҙан, эсәктәр ауыртҡанда ашар алдынан сәй ҡалағы осо менән дәрсен онтағын ҡабып, артынан һыу эсеп ҡуйығыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр ҡулланырға. Бер нисә көндән аш һеңдереү системалары яҡшырыр.