Йәмғиәт
24 Март 2021, 10:57

Тегенсе һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр күп

Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” һәм спорт кейемдәре етештереүсе “За спорт” предприятиелары “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып үҙ эшмәкәрлектәрен башлай, шуға күрә улар бөгөндән үҙҙәренә кадрҙар әҙерләүгә тотондо.

Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” һәм спорт кейемдәре етештереүсе “За спорт” предприятиелары “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып үҙ эшмәкәрлектәрен башлай, шуға күрә улар бөгөндән үҙҙәренә кадрҙар әҙерләүгә тотондо. Ошо маҡсат менән бөгөн Йәштәр һарайында “Аркада” йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Романов, кадрҙар бүлеге белгестәре менән осрашыу үтте.
Предприятиелар тегеү ҡорамалы операторы, мода технологияһы һөнәрҙәрен үҙләштереүгә курстар ойоштора. Артабан автоматлаштырылған яңы тегеү фабрикаларында эш урыны тәҡдим ителәсәк. Яңы, заманса фабрикалар 30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһенә эйә ышаныслы эш биреүсе - “Эш кейеме комбинаты” ҙур холдингына ҡарай. Предприятиелар Ишембай ҡалаһы территорияһында урынлаша.
Шуныһы мөһим, һеҙ хатта икенсе районда, ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, компания үҙегеҙгә тура килгән эш графигы буйынса (2/2, 15/15, 30/30) уңайлы вахта ысулы тәҡдим итә, барлыҡ шарттары булған ҡунаҡханала йәшәү ҡаралған.
Килгән халыҡ эшкә урынлашыу буйынса һорауҙарына тулы яуап алды. Әйтергә кәрәк, шығырым тулы залда, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә байтаҡ ине. Аралашыу тамамланғас, улар эшкә урынлашыу буйынса резюмеларын ҡалдырҙы. Тегенсе булырға теләгәндәр Ишембай ҡала-районының мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала: 8 (34794) 6-27-90.
Автор фотолары.
Читайте нас