Йәмғиәт
24 Март 2021, 13:13

Әтәс мөхәббәте

Бер заман беҙҙең әтәс “һулаҡайға” йөрөй башланы. Алыҫҡа түгел, күрше Ришат ағайҙарҙың тауыҡтарына, үҙҙәренең әтәстәре сепей генә булдымы икән. Шундай ныҡ эҫенеп китте, кискә йоҡларға ғына ҡайта, ҡай саҡта ем ашарға ғына. Күршеләрҙә гел бер сыбар тауыҡ янында йөрөй. Әтәс ҡайтмағас, аптырап, Зифаларҙан бәләкәй булһа ла әтәс алдыҡ.

Бер заман беҙҙең әтәс “һулаҡайға” йөрөй башланы. Алыҫҡа түгел, күрше Ришат ағайҙарҙың тауыҡтарына, үҙҙәренең әтәстәре сепей генә булдымы икән. Шундай ныҡ эҫенеп китте, кискә йоҡларға ғына ҡайта, ҡай саҡта ем ашарға ғына. Күршеләрҙә гел бер сыбар тауыҡ янында йөрөй. Әтәс ҡайтмағас, аптырап, Зифаларҙан бәләкәй булһа ла әтәс алдыҡ. Был хәҙер үҙ тауыҡтарында ҡыҙғанып ике яҡтала йөрөй башланы, шулай ҙа күберәген күршеләрҙә үткәрә. Ай самаһы ваҡыттан һуң әтәс күршеләргә сыҡмай башланы.
- Ҙурыраҡ әтәс алдығыҙмы әллә, - тип һораһам, юҡ тейҙәр.
-Ә теге сыбар тауығығыҙ күренмәй түгелме?
- Ә уны салдыҡ бит ул ...
Бына шулай, беҙҙең әтәс тә, теләһә ниндәй тауыҡҡа түгел, үҙенең яратҡанына ғына, мөхәббәтенә йөрөгән. Бәлки ҡайғыһынан илап та ултырғандыр, кем иғтибар иткән инде.
Читайте нас