Йәмғиәт
23 Март 2021, 13:24

Тегенселәрҙе көтәләр

Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” һәм спорт кейемдәре етештереүсе “За спорт” предприятиелары “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып үҙ эшмәкәрлектәрен башлаясаҡ, шуға күрә улар бөгөндән үҙҙәренә кадрҙар әҙерләүгә тотона. Эш эҙләүсе ишембайҙар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, был мөмкинлеккә иғтибар итһен ине.

Эш кейемдәрен тегеү буйынса “Аркада” һәм спорт кейемдәре етештереүсе “За спорт” предприятиелары “Алға” айырым иҡтисади зонаһында тәүгеләрҙән булып үҙ эшмәкәрлектәрен башлаясаҡ, шуға күрә улар бөгөндән үҙҙәренә кадрҙар әҙерләүгә тотона. Эш эҙләүсе ишембайҙар, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар, был мөмкинлеккә иғтибар итһен ине.
Предприятиелар тегеү ҡорамалы операторы, мода технологияһы һөнәрҙәрен үҙләштереүгә курстар ойоштора. Артабан автоматлаштырылған яңы тегеү фабрикаларында эш урыны тәҡдим ителәсәк. Яңы, заманса фабрикалар 30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһенә эйә ышаныслы эш биреүсе - “Эш кейеме комбинаты” ҙур холдингына ҡарай. Предприятиелар Ишембай ҡалаһы территорияһында урынлашасаҡ.
Шуныһы мөһим, һеҙ хатта икенсе районда, ҡалала йәшәһәгеҙ ҙә, компания үҙегеҙгә тура килгән эш графигы буйынса (2/2, 15/15, 30/30) уңайлы вахта ысулы тәҡдим итә, барлыҡ шарттары булған ҡунаҡханала йәшәү ҡаралған.
Эшкә урынлашыусылар түбәндәге мөмкинлеккә эйә:
- РФ-ның Хеҙмәт кодексы буйынса рәсми эшкә урынлашыу.
- 25 мең һумдан алып рәсми тотороҡло хеҙмәт хаҡы.
- Тулы социаль пакет (түләүле отпуск, больничныйҙар, күп йылдар хеҙмәт иткән өсөн өҫтәмә түләү, йыл һөҙөмтәһе буйынса 13-сө эш хаҡы).
- Тегенсе эшендә һөнәри оҫталыҡҡа эйә булғансы тәжрибәле остаздарҙың уҡытыуы.
- Тәжрибәле тегенселәр үҙҙәрен эштә күрһәтеп, юғары хеҙмәт хаҡы алыуға өлгәшә , улар артабан остаздар булып китә ала.
- Заманса үҫеш алған компанияла карьера яғынан үрләү мөмкинлеге.
- Заманса йыһазландырылған цехтарҙа, яңы ҡорамалдарҙа, ҙур берҙәм коллективта эшләү.
Проекттың тәүге ҡатнашыусылары өҫтәмә бонустарға эйә буласаҡ. Етәкселек менән тәүге осрашыу 24 мартта 11.30 сәғәттә Ишембай ҡалаһында Геология урамы, 16 адресы буйынса Йәштәр һарайында үтә. Уның барышында төрлө һорауҙарға асыҡлыҡ индерерҙәр, ә сараға килә алмағандар яҙманы Инстаграмда Мәшғүллек үҙәгенең Уҡытыу үҙәге профилендә ҡарай ала: goudpo.ufa.
Читайте нас