Йәмғиәт
23 Март 2021, 09:00

ИҪКЕ ИШЕМБАЙ АУЫЛЫ МӘСЕТЕ ТАРИХЫ

Ишембай ҡалаһы янындағы Иҫке Ишембай ҡасабаһы булараҡ билдәле булған тораҡ пунктына Юрматы ырыуы башҡорто Ишембай Аҡбирҙин 1815 йылда нигеҙ һала. Ауыл уртаһында (хәҙер ул урында “Йондоҙ” кинотеатры урынлашҡан) ҙур ғына мәсете лә була уның. Тик 1917 йылғы революциянан һуң дин әһелдәрен эҙәрлекләүҙәр башлана һәм 1929 йылда Ишембай ауылы мәхәлләһе имамы Нурғәли Ишембаев һөргөнгә ебәрелә.

Ишембай ҡалаһы янындағы Иҫке Ишембай ҡасабаһы булараҡ билдәле булған тораҡ пунктына Юрматы ырыуы башҡорто Ишембай Аҡбирҙин 1815 йылда нигеҙ һала. Ауыл уртаһында (хәҙер ул урында “Йондоҙ” кинотеатры урынлашҡан) ҙур ғына мәсете лә була уның. Тик 1917 йылғы революциянан һуң дин әһелдәрен эҙәрлекләүҙәр башлана һәм 1929 йылда Ишембай ауылы мәхәлләһе имамы Нурғәли Ишембаев һөргөнгә ебәрелә.
Ә мәсет бинаһы тәүҙә келәт, шунан мәктәп була. Ваҡыты-ваҡыты менән ул балалар баҡсаһы һәм клуб ролен дә башҡарып ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ғибәҙәтхананың манараһы 1939 йылға тиклем һаҡлана. Шул йылдың йәйендә Ишембай ҡалаһы властарының талабы буйынса Шәмсетдин Туҡтамышев етәкселегендәге “Башҡортостан” промартеленең төҙөлөш бригадаһы балта оҫталары Әхмәҙулла, Зариф һәм Хәләф Ишембаевтар манараны ауҙарып төшөрөргә мәжбүр була. Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менәндер инде мәхәлләнең мөьәзине Юныс Тимербай улы Ишембаевҡа репрессия еле ҡағылмай, һәм ул, динде ҡаты тыйыуға ҡарамаҫтан, теләктәре булғандарҙы йыйып, өйөндә йәки башҡа ерҙә дини һабаҡ биреүен, намаҙҙарға имамлыҡ ҡылыуын дауам итә. Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен йәйгеһен йәшел сирәмдә, ҡышын боҙ өҫтөндә үткәрә. Һуңыраҡ Арыҫлан бабай Ишембаевтың рөхсәте менән уның һуғышта башын һалған Зәйнәғәли исемле улының ҙур йортон ғибәҙәтханаға әйләндерәләр.
Нефть сәнәғәтенең йылдам үҫеүе сәбәпле, ауыл эшселәр ҡасабаһына әйләнә, сит тарафтарҙан килгәндәр ҙә бында йорттар һалып йәшәй башлай. Улар араһында ла дини юлдан барыусылар була. Партизан, Сергей Лазо урамдары тарафтарында йәшәүсе бер нисә кеше, Зәкиулла Хәйруллиндың йортона йыйылып, йома намаҙҙарын уҡый башлай. Улар араһында Тимербай Камалетдинов, Минсабит Хәйруллин, Ғәбделхаҡ (фамилияһы билдәһеҙ) – бөтәһе 20-ләгән кеше була. Шул ваҡыт Зәкиулла бабай, заманында Ҡаҙан тарафтарында мулла булып йөрөгән Ғәбделбарый Юнысовтың Ишембай ҡалаһына күсенеп килеүен белеп, уны ла үҙҙәренең дини мәжлестәренә саҡыра.
Шулай итеп, Иҫке Ишембай ауылында мосолмандар һаны артҡандан-арта бара. Ауыл ҡарттары, ятып ҡалғансы атып ҡал, тигәндәй, рәсми рәүештә мәхәллә ойоштороп, яңы мәсет һалырға тәүәккәлләй. 1946 йылдың йәй айҙарында Юныс менән Хәләф Ишембаевтар, Хәйрулла Ғәлиев һәм башҡа бер нисә кеше, Иҫке Ишембай һәм яҡын тирәләге Ирек, Юрматы, Күс, Ҡыҙыл ауыл, Аллағыуат, Бурансы, Көҫәпҡол ауылдары буйлап йөрөп, халыҡтан мәсет төҙөү өсөн аҡса йыйыу менән мәшғүл була. Кемелер аҡса тапшырһа, ҡайһы берәүҙәр ҡарбуз, ҡауын, бәрәңге, тары, арыш, бойҙайлата мәсет төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Аҙаҡ был картуф, бойҙайҙарҙы баҙарҙа һатып, аҡсаға әйләндерәләр. Дөйөм ҡаҙна аҡсаһына яуаплы кеше итеп Мотиғулла бабай Ишембаев тәғәйенләнә. 1946 йылдың аҙағында мәхәлләне законлаштырыуҙы, йәғни рөсми рәүештә теркәүҙе һәм ауыл эсенән ер бүлеп биреүҙе һорап, ошо кешеләр властарға күп мөрәжәғәт итә. Ләкин партияның Ишембай ҡала комитетының беренсе секретары Корниел Джегутов менән ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе Максим Платоновтан ыңғай яуап ала алмайҙар. Ул саҡтағы СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтың һүҙе лә власть әһелдәре тарафынан иҫәпкә алынмай.
Әммә етерлек аҡса тупланғас, 1947 йылдың ғинуарында Мотиғулла, Хәләф, Зариф һәм Вәлиулла Ишембаевтар, Зәкиулла Хәйруллин, Ғәбделбарый Юнысов һәм тағы бер нисә кеше яҡын тирәләге ауылдарҙан мәсет бинаһы өсөн яраҡлы бина табырға, тигән ҡарар ҡабул итә. Ахырҙа мосолмандар мәсетте рөхсәтһеҙ булһа ла төҙөргә ҡарар итә. Юныс бабай Ишембаев үҙенең шәхси еренән 0,20 гектар ерен бирә. Яңы мәсетте иҫкеһенә оҡшатып эшләргә ҡарар итәләр.
1947 йылдың мартында Мырҙаш ауылынан 8 километрҙа ултырған урыҫ ауылынан йорт һатып алына. Йорт бүрәнәләрен ташыу өсөн Хәләф Ишембаев “Башҡортостан” артеленән дүрт оҙон арба егелгән ат ала һәм бригадаһы егеттәре менән 2 тапҡыр юллай. Һүтелгән йортто ҡороу менән, әлбиттә, балта оҫталары шөғөлләнә, әммә ярҙамсы эштәрҙә бөтә ауыл ирегеттәре тип әйтерлек ҡатнаша. 10-12 көндән һуң яңы мәсет әҙер була. Яңы манараға баҫып 1-се аҙанды Юныс мөьәзин Ишембаев яңғырата. Ә Ғәбделбарый Юнысов мәхәлләнең беренсе муллаһы була.
Шулай итеп, мәсет йорто әҙер булғас, революцияға тиклем “Варяг” крейсерында кочегар булып хеҙмәт иткән Хәйрулла Ғәлиев, ап-аҡ моряк кейемдәрен кейеп, түшенә Порт-Артурҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн батша хәҙрәттәренән алған наградаларын тағып, КПСС ҡала комитетына һәм ҡала Советы башҡарма комитетына юл ала. Оло ил ағаһының һүҙе үтә был юлы: ҡала Советында мәсеттең эшләүенә рөхсәт бирәләр. Бына шулай итеп, беҙҙең ауылыбыҙҙа БАССР территорияһындағы 2-се һанлы мәхәллә барлыҡҡа килә.
Күп тә үтмәй, мәсет манараһынан көнөнә биш тапҡыр, мосолмандарҙы намаҙға саҡырып, аҙан тауыштары яңғырай. Ә йома көндө был изге йортҡа бөтә Ишембай ҡалаһы һәм районынан йома намаҙына мосолмандар ағыла. Юныс мөьәзин 1952 йылда хаж сәфәрендә лә булып ҡайта.
Хоҙайҙың рәхмәте менән мәсет тирәләй саф һыулы шишмәләр булыуы асыҡлана. Намаҙ алдынан йыуыныу өсөн һыуҙы шуларҙан алалар. Мәсеттә иркенләп дини йолаларҙы башҡарыуға һыуһаған халыҡ йома һәм ғәйет намаҙҙарына ағылып килә. Улар һыймай башлағас, ғибәҙәтхананы киңәйтеү мәсьәләһе тыуа. Күп уйлап тормайҙар: Бөрйән районынан етерлек ҡарағай алып ҡайталар ҙа, 1953 йылдың йәйендә тағы ла ҡыҙыу төҙөлөш эштәре башлана. Мәсеткә төкәтмәнән тыш, уның эргәһенә бер юлы имам менән мөьәзин өсөн өй ҙә һалалар.
Ҡасан барһаң да Ғәбделбарый хәҙрәт мәсеттә була. Ул йәш ғаиләләргә никах уҡый, балаларға исем ҡуша, йыназалар уҡырға йөрөй. 100 йәшкә еткәнсе йәшәп донъя
ҡуйған был аҡһаҡал ғүмеренең сирек өлөшөн дини хеҙмәткә бағышлай. 1955 йылда мәхәллә мосолмандарының аҡсалата ярҙамы менән Ғәбделбарый хәҙрәт Хажға барып ҡайта. Бөтә ауыл халҡы ул алып ҡайтҡан зәм-зәм һыуын балғалаҡлап ауыҙ итә. Унан һуң Хәләф Ишембаев Хаж сәфәрендә була.
Ғәбделбарый хәҙрәттән һуң Иҫке Ишембай мәсетенең имамы итеп Әхмәтфәйзи Ғәзизов һайлана. Уны Өфө мәҙрәсәһен тамамлаған Ғәбделбарый Хәйруллин (сығышы Борай районынан) алыштыра. Ике йылдан һуң уны Ырымбур ҡалаһы мәсетенә эшкә саҡыралар.
1980 йылда Миневәли Әхтәмовты, 1982 йылда Хәжғәли Уразбахтинды имам итеп һайлайҙар. Шунан инде Иҫке Ишембай мәхәлләһендә Рәфҡәт Рафиҡов, Әҡсән Сәйфетдинов, Ҡорбан бабай, Рәшит бабай, Марат ағай бер-бер артлы имам вазифаһын атҡара.
Шуны ла әйтеп китеү урынлы булыр: мәхәллә мосолмандары ауыл зыяратының тәртиптә тороуын күҙәтә. Бының өсөн төрлө йылдарҙа Хәбибулла бабай, Зәкәриә абзый, Мөнир абзый, Әхмәт абзый, Әрхәт абзый, Әйүп абзый яуаплы була.
Йылына ике тапҡыр Иҫке Ишембай ауылына Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйете байрамдарына Юрматы ырыуы халҡы йәшәгән биш райондан арба-арба ҡунаҡтар килә. Ғәҙәттә әрәпә көнө килеп, мунса инеп, ғосол ҡойоноп оло байрамға бара торғайнылар. Ул көндәрҙә бөтә ауыл байрамса гөрләп торор булды.
Ислам диненең төп принцибы изгелек ҡылыуға ҡоролған. Беҙҙең мәхәллә күп йылдар инде шундай изге эш башҡара: ярҙамға мохтаждарға һәм башҡа изге эштәргә ҡулынан килгән тиклем ярҙам итә. Мәҫәлән, 1996 йылда Ишембай ҡалаһындағы яңы мәсет манараһын төҙөү өсөн 1 миллион ярым аҡса бүленә. Шулай уҡ 1997 йылда Кинйәбулат мәсетен төҙөүгә — 2 млн. Һум, ҡала һуҡырҙар йәмғиәтенә — 200 мең һум, УрманБишҡаҙаҡ мәсетен төҙөп бөтөү өсөн — 300 мең һуң аҡса бүленә. Был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин.
Иҫке Ишембай мәсете тарихында башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа аҙ түгел. 1989 йылда беҙҙең төбәктә ислам дине ҡабул ителеүгә 1000 йыл тулыу айҡанлы Төркиә, Сүриә, Кувәйт, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән бөтәһе 17 кешенән торған делегация беҙҙә ҡунаҡта була.
Мәхәллә төрлө йылдарҙа Донъя Тыныслыҡ фондына ла даими рәүештә аҡса күсерә.
Сотник Ишембай Аҡбирҙиндың бер нисә быуын ейәнейәнсәрҙәре хаҡ мосолман диненә һәр саҡ тоғро булды. 90-сы, 2000-се йылдарҙа Әхмәтзакир Ишембаев, Мөнир Иҡсанов, Марат абзый, Йәһүҙә абзый Ишембаевтар Иман йортоноң бәҫен төшөрмәү өсөн күп көс һалды.

Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Н. В. Ишембаев, “Дәһрилек ҡараңғыһын йыртҡан йорт”;
2. “Башҡортостан” гәзите, 04.04.1997 й.
Читайте нас