Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, варикоз, геморрой... Был сирҙәрҙең уртаҡ сәбәптәрҙең береһе – ҡандың ҡуйылығы. Ҡан тамырҙар буйлап иркен рәүештә йөрөй алмай, шунлыҡтан туҡланыу матдәләре һәм кислород органдарға барып етмәй. Эске органдар кислородҡа ҡытлыҡ кисерә. Ҡиммәтле дарыуҙарға алмашҡа халыҡ медицинаһы ла бар. Уларҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.
Һыу. Беҙ 90 процент һыуҙан торабыҙ. Шуға ла варикоз һәм ҡан менән бәйле башҡа проблемалар һыуҙы күпме эсеүегеҙгә бәйле. Көнөнә 2-2,5 литр һыу эсеү норма.
Ҡурай еләге. Ҡурай еләгендә аспириндағы кеүек үк ҡанды шыйыҡлата торған матдә бар. Әммә аспириндың кире йоғонтоһо ла бар, ә ҡурай еләгендә ул юҡ. Халыҡ медицинаһы ҡурай еләге һәм ҡара ҡарағат япрағынан ҡушып сәй эсеүҙе тәҡдим итә.
Етен майы. Унда ҡан тамырҙарына кәрәкле күп майлы элементтар, шулай уҡ Е витамины бар. Ул тамырҙарҙың һығылмалылығын тергеҙә.
Майлы балыҡ. Файҙалы май сығанаҡтары атеросклерозға ҡаршы көрәшә.
Һарымһаҡ. Көслө антиоксидант, елһенеүҙән тиҙ арала ярҙам итә, тромбтарҙы кәметә. Сей килеш ашарға тәҡдим ителә.
Дингеҙ кәбеҫтәһе. Ҡан өсөн бик файҙалы продукт, йодҡа бай. Ул ҡанды шыйыҡлата, тамырҙарҙың тонусын күтәрә.
Помидор. Унда булған ликопин холестерин кимәлен нормалләштерә. Ә рутин тамырҙарҙы нығыта.
Хөрмә. Уның составында бик күп антиоксиданттар, ҡанды шыйыҡлата, тромбтар барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай, тамырҙарҙы нығыта, холестерин кимәлен нормалләштерә.
Цитрустар. Уларҙа С витамины и һәм шыйыҡса күп. Айырыуса лимон ҡанды шыйыҡлата. Лимон һәм бал ҡушылған сәй бик тә файҙалы.
Бал. Ҡанға яҡшы тәъҫир итә һәм шыйыҡлата ла. Тромбтар барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.
Имбир, дәрсен, куркума. Тамырҙарында һәм ҡабыҡтарында кумарин бар. Ҡан төйөнсөктәрен булдырмай.