Иртәрәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар үҫенте ултыртып өлгөрҙө. Әммә ҡояш нурҙары әле һараныраҡ йылыта. Өҫтәмә фитолампа ҡуйылмаһа, үҫентеләр оҙоная, сибеккә әйләнә, бер-береһенә сырмалып үҫә башлай. Был осраҡта мул уңышҡа өмөт итеп булмай. Уның күләме аҙаясаҡ, үҫенте ауырыуҙарға дусар буласаҡ.
Улар ныҡ булһын өсөн нимә эшләргә? Оҙонға үҫкәндәрҙе ҡотҡарып буламы? Был һорауҙарға Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Садиҡова яуап бирә.
-Тәү сиратта үҫентеләрҙең оҙонайыуына килтергән сәбәптәрҙе һанап үтәйек: көн яҡтыһы етмәүе, температураның ҡырҡа үҙгәреүе, ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланмау, үҫентеләрҙе полиэтилен япма аҫтында оҙаҡ тотоу, орлоҡтарҙы ҡуйы итеп сәсеү, һыуҙы күп ҡойоу.
Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ һәм өҫтәмә 12 – 18 сәғәт дауамында яҡтыртығыҙ. Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы тығыҙ ултыртмағыҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсереп ултыртығыҙ. Әммә борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсергәнде яратмай.
Өйҙә һауа температураһы 24 – 25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Ер дымлы булырға тейеш, - тип кәңәш итә белгес.
Бынан тыш, ул бүлмәлә ултырған үҫентеләрҙе ашлау мөһим түгел, ти. Әлбиттә, шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға була. Ә оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.