Йәмғиәт
22 Март 2021, 06:10

Егәрленең эше ырамлы

Верхотор ауылында Фәнис Зөбәйеров етәкселегендә балыҡсылыҡ хужалығы эшләп килә. Эшҡыуар уны ауылдың 10 быуаһын таҙартыуҙан, һыу коммуникацияларын һәм һыу торбаларын тергеҙеүҙән башлаған.

Верхотор ауылында Фәнис Зөбәйеров етәкселегендә балыҡсылыҡ хужалығы эшләп килә. Эшҡыуар уны ауылдың 10 быуаһын таҙартыуҙан, һыу коммуникацияларын һәм һыу торбаларын тергеҙеүҙән башлаған.
Муниципаль район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу ҙа Фәнис Наил улын был эшкә ҡыйыуыраҡ тотонорға дәртләндерә. Балыҡсылыҡ продукцияһына районда ихтыяж ҙур булыуын аңлап, эшен киңәйтер өсөн ул 3 миллион һумлыҡ грантҡа ғариза бирә. Мәғлүм булыуынса, “Агростартап” программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указдары менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә финанслана.
Эшселәр үткән йыл, насос менән өс быуаны һыу менән тулыландырып, балыҡ үрсетеп ҡараған, һөҙөмтәлә 60 тонна балыҡ үҫтергәндәр. 60 меңгә яҡын ыуылдырыҡтан балыҡ үҫтерелгән. Шуларҙың 27 меңе үҙҙәренә ҡалһа, ҡалғанын һатыуға сығарғандар. Һуңғы осорҙа ғына 6 тонна карп һатҡандар.
- Быйыл быуаларҙан 20 тонна карп алырға иҫәп тотабыҙ. Карп балығының тағы бер төрөнә заказ бирҙек. Алла бирһә, киләһе йылға ошо итләс балыҡтарҙы һатыуға сығарырға иҫәп тотабыҙ. Ҡышлау быуаһында 60 меңгә яҡын бер йыллыҡ карп бар. Пландар ҙур, мартта ғаилә фермалары грантында ҡатнашырға булдыҡ. Хөкүмәттән ярҙам булһа, балыҡ консервалау, ҡаҡлау, киптереү цехы ла асып ебәрәрергә ниәт бар. Әйтергә кәрәк, консерваланған көйө лә был балыҡ бик тәмле. Шулай уҡ ҡаҙҙар һәм өйрәктәр һатып алып уларҙы быуаларға ебәрһәк, итен һатыуға сығарып буласаҡ. Әле карптар фермерлыҡ хужалығының кибетендә һатыуға ҡуйылды. Кесе йома Воскресенский ауылында, ә шәмбе Верхоторҙа һатыла. Тере килеш балыҡ алырға теләүселәр күп, - тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты эшҡыуар.
Фәнис Наил улы етәкселегендә 5 хеҙмәткәр эшләй. Улар Владимир Дегтярев, Илнур Тимерәев, ирле-ҡатынлы Илмира һәм Мансур Собханғоловтар. Әгәр ҙә эш күләме
артһа, эш урындарын тағы ла күбәйтеү көтөлә. Технологтар, ветеринарҙар, цехта эшләүселәр кәрәк булыр, ти булдыҡлы фермер.


Автор фотоһы.
Читайте нас