Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2021, 11:00

Тормошобоҙҙо уңайлы итәһегеҙ

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡкоммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

21 март - Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө

Марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Торлаҡкоммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Хәҙерге тормошто был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Көнкүрешебеҙҙәге именлек, уңайлыҡтар тап уларҙың ышаныслы көндәлек хеҙмәтенән тора. Ҡала халҡын һәм тиҫтәләгән ойошма-предприятиены сифатлы эсәр һыу менән тәьмин иткән, ҡулланылған һыуҙарҙы ҡабул итеү һәм таҙартыу, һыу, канализация селтәрҙәрен монтажлау һәм ремонтлау кеүек үтә лә яуаплы хеҙмәттәрҙе башҡарған “Ишембай район-ара коммуналь һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре өсөн һөнәри байрам - ул ниндәйҙер кимәлдә һөҙөмтәләрҙе билдәләү, маҡсаттарҙы аныҡлау көнө. 230-ҙан ашыу кешенән торған ҡала өсөн стратегик предприятиены байтаҡ йылдар Александр Матросов етәкләй. Коллективта шуны яҡшы аңлайҙар - һәр кемдең үҙ бурысына яуаплы ҡарауына селтәрҙәрҙә авариялар кеүек күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү, тиҙ арала бөтөрөү бәйле. Авария-тергеҙеү эштәре буйынса тәжрибәле слесарҙар Илдус Кинйәбулатов һәм Азат Йәрмөхәмәтов менән дә предприятие ғорурлана ала. Кадрҙар бүлегенән әйтеүҙәренсә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар һәр ваҡыт юлда, ҡатмарлы хәл тыуған участкаларҙа. Шуға ла хеҙмәттәре баһалы, һөнәри байрамдарын уңайынан улар район хаҡимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
- Һигеҙ кешенән торған бригада менән ҡалалағы һыу каналына ҡағылышлы аварияларҙы бөтөрәбеҙ. Коллектив ышаныслы, бер-беребеҙгә терәкбеҙ, - ти Илдус Мөҙәрис улы.
Азат Радик улы предприятиела слесарь булып 2015 йылдан эшләй.
- Беҙ ҡулланылған һыуҙарҙы ағыҙыр өсөн ер аҫтынан үткәрелгән торбалар системаларын, ҡойоларҙы ремонтлау, уларҙы сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙе башҡарабыҙ. Һәр эш мөһим, эреһе-вағы тип ҡарау юҡ, - ти ул. Әйткәндәй, байрам уңайынан предприятиеның ҡырҡтан ашыу хеҙмәткәре төрлө кимәл наградаларын аласаҡ. Юрист-консульт Мария Сергеенкоға һәм оперативдиспетчерлыҡ хеҙмәте диспетчеры Татьяна Солтановаға иһә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары тапшырыласаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хеҙмәтте уның ауырлығы һәм ҡыйынлыҡтары менән яҡындан таныш кешеләр генә тейешенсә баһалай алалыр. Был тармаҡта эшләүселәр һынатмай икән – тормошобоҙ көйлө, яйлы.

Автор фотоһы.
Читайте нас