Дүшәмбе көн Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы йәштәребеҙ менән осрашыу үтте. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң йәш белгестәрҙең тыуған яҡтарына ҡайтыуына өмөт ҙур, әммә бының өсөн йәштәр менән бөгөндән ныҡлы бәйләнеш булдырыу, үҙ районыңда һөнәри үҫеш, лайыҡлы тормош ҡороу мөмкинлектәренаңлатыу мөһим. Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Шапочкин ҡатнашлығындағы осрашыу тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто.
Реаниматолог, күҙ табибы, невролог, педиатр һәм башҡа белгестәр талап ителә бөгөн Ишембайға. Азамат Фәрит улы осрашыу барышында тыуған районына эшкә ҡайтырға теләгән йәштәргә ярҙам саралары тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын нығытыу буйынса башҡарылған эштәргә туҡталды. Ауылдарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөүе, район-ара эшмәкәрлеккә маҡсатланған күҙ микрохирургияһы, бала табыу бүлексәләре ремонтланыуы, заманса ҡоролмалар ҡайтыуы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар, яңы шарттар тураһында һөйләй. Был йәһәттән киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләнгән, районға белемле, йәш кадрҙар талап ителә.
Әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында Ишембай мәктәптәрен тамамлаған 115 егет һәм ҡыҙ белем ала. Һуңғы ике йылда район дауаханаһына 21 белгес йәлеп итеүгә өлгәшелгән. Район хакимиәте ҡарары менән ике фатир бүленгән. Шулай уҡ табиптар торлаҡ яллауға компенсация рәүешендә һәм ординатурала уҡыу өсөн түләү сығымдарын ҡаплауға ярҙам менән файҙаланған, эшкә урынлашҡас бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҙә стимуллауҙың бер төрө булып тора.
Әйтергә кәрәк, район етәкселеге йәштәр менән беренсегә осрашмай. Был юлы ла төрлө курстарҙа белем алыусы яҡташтарыбыҙ - буласаҡ табиптар йыйылды. Улар район хакимиәте башлығына, баш табипҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Бер нисәһе менән яҡындан аралашыу форсатын ҡулландыҡ. Милана Сухорукова Ишембайҙың 18-се мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң БДМУ-ның дауалау эше факультетына инә. Бала саҡтан табип булырға хыялланған ҡыҙ әле 6-сы курста белем ала.
- Артабан ординатураға неврология буйынса уҡырға инергә теләйем. Яҡын киләсәктә үҙебеҙгә Ишембайға ҡайтып эшләргә тигән уйым бар. Медицина юлынан китергә теләүсе йәштәргә кәңәшем – үҙҙәренә ышанһындар, тырышһындар, табиптар һәр заманда кәрәк, - тине ул.
Биксән егете Рөстәм Мырҙағәлин да үҙенең уйниәттәре менән бүлеште. Әлеге көндә ул икенсе йыл ординатурала хирургия буйынса уҡый. Дауаханала эшләп,
тәжрибә лә туплай бара.
- Ординатураны бөткәс, Ишембайға ҡайтыу ниәтем дә юҡ түгел. Нәҫелебеҙҙә табиптар булмаһа ла, мине ошо һөнәр йәлеп итте. Табип эше ул бик яуаплы, - тине Рөстәм.
Ә бына Ишембай ҡалаһынан Диана Ильина БДМУ-ға медицина колледжынан һуң, бер аҙ эш тәжрибәһе туплап килгән.
- Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтермәйем. Медицинаға кемдеңдер кәңәше менән түгел, табип булырға ҙур теләгең булғанда ғына килергә кәрәк, - һөнәр һайлау алдында торғандарға ошо кәңәшен дә әйтте ул. Етди, алдына ҙур маҡсат ҡуйған йәштәрҙең киләсәктә үҙ эшенең оҫтаһы булырына шик юҡ. Һөнәрҙәрен яратыуҙары, камиллашыуға, үҫеүгә ынтылыуҙары уларға уңышҡа юл асыр.
- Бөгөнгө осрашыу мәлендә студенттарға беҙ тыуған Ишембай районына ҡайтып эшләүҙең барлыҡ өҫтөнлөктәре тураһында һөйләнек. Медицина хеҙмәткәрҙәренә беҙҙә ҡытлыҡ ҙур. Яҡынса 160-лап кадр етмәй. Әлеге көндә бында Ишембайҙан белем алыусы студенттарыбыҙ барыһы ла ҡайтһа, райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индерәсәктәр, - тине үҙәк район дауаханаһы баш табибы Валерий Шапочкин.